Сәләмәт булайыҡ
28 Ғинуар 2025, 07:00

Мөкиббән китеп сериал ҡарап, аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡмағыҙ!

Ғафури районынан 48 йәшлек ҡатын телесериалға ныҡ ышаныуы арҡаһында бәләгә тарый ҙа инде...

Мөкиббән китеп сериал ҡарап, аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡмағыҙ!Мөкиббән китеп сериал ҡарап, аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡмағыҙ!
Мөкиббән китеп сериал ҡарап, аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡмағыҙ!

Ул күрәҙәсе ҡатын тураһындағы телесериалды шундай бирелеп ҡарай, хатта ысынбарлыҡ менән уйлап сығарылғанды бутап, тормошта героиняны табырға булып китә.

Социаль селтәрҙә шул фильмдағы исемле кеше менән танышып, матди проблемаһын хәл итеүҙә ярҙам һорай. Теге шарлатан быға банк картаһының ике яғын фотоға төшөрөп ебәреүен һәм телефондағы мобиль банк ҡушымтаһының паролен әйтеүен һорай. Ғафури районы кешеһе уның һорағанын эшләй һәм тиҙҙән бер тин аҡсаһыҙ ҡала.

Апайҙар, һеңлеләр! Нәфис кино ул - художестволы сәнғәт төрө. Персонаждар һәм уларҙың тормошо  ысын кешеләр миҫалында алынһа ла, фильм йөкмәткеһе режиссерҙың, сценаристың фантазияһы менән байытыла, эпизодтар уйлап табыла. Башыбыҙҙы юғалтып, башкөллө киногеройҙарға ышанып, бәләгә тарымайыҡ әле.

Фото: сериалдан скриншот. 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас