Сәләмәт булайыҡ
6 Февраль 2025, 09:30

Яман шеш менән сирле кешеләргә вуз-ара кампуста имплантант уйлап таптылар

Рәсәй фәне көнө алдынан вуз-ара кампус резиденты Өфө фән һәм технологиялар университетында лаборатория асылды.

Яман шеш менән сирле кешеләргә вуз-ара кампуста имплантант уйлап таптыларЯман шеш менән сирле кешеләргә вуз-ара кампуста имплантант уйлап таптылар
Яман шеш менән сирле кешеләргә вуз-ара кампуста имплантант уйлап таптылар

Лаборатория 3D-принтерҙа менән биомедицина йүнәлешендәге металл әйберҙәр эшләү менән шөғөлләнәсәк. "Өҫтөнлөк-2030" программаһы булышлығында ул заманса ҡорамалдар комплексы менән йыһазландырылған. Ошо арҡылы һөйәк елеге яман шешен дауалауҙа алға китеш тәьмин ителәсәк.

Лаборатория етәксеһе Нариман Йәнекәйев әйтеүенсә, заманса технологиялар 3D-принтерҙа күҙәүле-күҙәнәкле структуралы имплантант баҫтырырға мөмкинлек бирә. Уны инде пациент тәненә урынлаштырып, зарар күргән туҡыма күҙәнәген киренән тергеҙергә була. Имплантанттың формаһы шәхсән проектланасаҡ.

Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә уникаль сифаттары булған имплантанттар эшләнәсәк. Артабан фәнни-ғәмәли тикшеренеүҙәр үткәреп, яман шеше менән сирлеләрҙе дауалау буйынса эшкә тотонорға мөмкин. 

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/26057/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас