Мәләүез районы Ергән ауылы биләгән майҙанының ҙурлығы, шул уҡ ваҡытта халҡының берҙәмлеге менән айырылып тора. Унда уҙғарылған төрлө спорт ярыштары һәр саҡ бик ихлас үтә. Ошо шәмбелә махсус хәрби операцияла һәләк булған кесе сержант Рауил Рәмил улы Барыев иҫтәлегенә үткәрелгән саңғы ярышы ла айырылып торҙо. Ҡаһарман яҡташтың бер туған апаһы Динара Әитова үҙ инициативаһы менән был ярышты ойошторҙо, ауыл биләмәһе хакимиәте, спорт мәктәбе, күп функциялы ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡушылды.
Ергән ауылы биләмәһе башлығы Рәил Абдулғәниев һәммәһен сәләмләп, ойоштороусыларға рәхмәт һүҙен еткерҙе һәм төп бағыусы Динара Әитоваға республика Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡултамғаһы ҡуйылған Маҡтау грамотаһын тапшырҙы.
“Ергән ауылы йыл йомғаҡтары буйынса “Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабында еңеүсе булды һәм хәҙер республика этабында еңеү өсөн көрәшә”, - тине ул һәм спортсыларға уңыштар теләне.
Саңғы ярыштары 12 йәш категорияһында уҙҙы. Күңелле, сағыу, дуҫтарса атмосферала үткән сарала бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы. Тирләп-бешеп йүгереп килгәндәргә лә, көйәрмәндәргә лә сәй өҫтәле әҙерләнгәйне. Төп бағыусы булараҡ Динара Рәмил ҡыҙы еңеүселәргә бүләктәр, приздар таратты.