Республиканың һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм БР Журналистар союзы булышлығында киң мәғлүмәт саралары журналистары һәм блогерҙар араһында табиптар һәм профсоюз эшен иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс иғлан итә.
Конкурс икенсе тапҡыр үткәрелә. Уның номинациялары: «Ашығыс ярҙам хеҙмәте эшен иң яҡшы яҡтыртыу», «Медицина хеҙмәткәрҙәре — МХО геройҙары» һәм «Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы темаһын иң яҡшы яҡтыртыу».
Конкурс этаптары медицина хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамдарына арнала. Материалдар киң мәғлүмәт сараларында 2025 йылдың 10 ғинуарынан 10 июненә тиклем баҫылырға тейеш.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Сығанаҡ: https://resbash.ru/preview/36621