Сәләмәт булайыҡ
12 Февраль 2025, 03:00

Һигеҙ йәшлек Йәнгүзәлдең бик тә йәшәгеһе килә!

Ауырыу ҡыҙҙарына дарыу һатып алыуҙан тыш, йәшәгән өйҙәренә генә түләргә айына 75 мең һум аҡса китә...

Һигеҙ йәшлек Йәнгүзәлдең бик тә йәшәгеһе килә!Һигеҙ йәшлек Йәнгүзәлдең бик тә йәшәгеһе килә!
Һигеҙ йәшлек Йәнгүзәлдең бик тә йәшәгеһе килә!

Баймаҡ районынан һигеҙ йәшлек Айгүзәл яман шеш сиренән яфалана. 2024 йылдың 4 декабрендә Санкт-Петербург ҡалаһында ҡыҙға операция яһайҙар - икенсе тапҡыр елек майы күсереп ултырталар. Анализдары яйлап яҡшыра. Әммә хәле насарайып киткән саҡтар ҙа була.

Декабрь аҙағында ҡыҙҙы көндөҙгө стационарға күсерәләр. Тәүге тыныс аҙналарҙан һуң Айгүзәлдең башҡа сирҙәре киҫкенләшә башлай. Әле уны дауалайҙар. Ҡайһы ваҡытта дауаханала кәрәкле дарыуҙар бөтөп китә, һәм ҡыҙҙың әсәһе Розалиә Илдар ҡыҙы Хәсәнова уларҙы үҙ аҡсаһына һатып алырға мәжбүр була. Шул рәүешле ғаиләнең сығымдары ныҡ күбәйә. Етмәһә улар дауахана эргәһендә фатирҙы ҡуртымға алған, кеҫәләренән айына 75 мең һумдан ашыу аҡса аренда һәм коммуналь түләүҙәр өсөн сығып китә.

Розалиә Илдар ҡыҙы: "Ярҙам һорауы еңел булмаһа ла, мин быны эшләргә мәжбүрмен. Һеҙҙең миһырбанлыҡҡа өмөтләнәм. Бәләкәй генә ярҙам да Йәнгүзәлде һауыҡтырыуға бер аҙым була ала", - тигән.

Ауырыу ҡыҙға ярҙам итергә теләгән кешеләр әсәнең сәхифәһендә барлыҡ мәғлүмәтте таба ала: https://vk.com/rozaliya_i

Фото: https://vk.com/rozaliya_i

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас