Сәләмәт булайыҡ
18 Февраль 2025, 04:00

Яу ҡырынан саҡырып ҡайтарылған табип ҡыҙҙы үлемдән ҡотҡарған

Балалар нейрохирургын 2022 йылда өлөшләтә мобилизация сиктәрендә махсус хәрби операцияға алғайнылар...

Яу ҡырынан саҡырып ҡайтарылған табип ҡыҙҙы үлемдән ҡотҡарғанЯу ҡырынан саҡырып ҡайтарылған табип ҡыҙҙы үлемдән ҡотҡарған
Яу ҡырынан саҡырып ҡайтарылған табип ҡыҙҙы үлемдән ҡотҡарған

Стәрлетамаҡ ҡалаһында туғыҙ йәшлек ҡыҙ тюбинта тау шыуғанда ныҡ ҡына бәрелеп, ауыр баш мейеһе йәрәхәттәре алған. Уны комаға киткән хәлдә дауаханаға урынлаштыралар.

Табиптар бригадаһы ҡыҙға ашығыс операция яһап, уның ғүмерен ҡотҡарып алып ҡала. Әле бала йүнәлеүгә табан бара.

Операция яһаған табиптарҙың береһе нейрохирург Әхмәт Әбүбәкиров икән. Нимәһе мөһим: ул 2022 йылда махсус хәрби операцияға мобилизацияланып, ҡулына автомат алғайны. Тик ҡала халҡы талантлы белгесте ҡайтарыуҙы һорап, Оборона министрлығына, Рәсәй Президентына мөрәжәғәт итте.

Һөҙөмтәлә Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалалары, яҡындағы ете районға берҙән-бер балалар нейрохирургы булған табипты МХО-нан ҡайтарҙылар.

Әлеге хәлдән һуң был ғәмәлдең дөрөҫ булыуына шик юҡ. Ә ҡыҙыҡайға һаулыҡ теләйбеҙ!

Фото: социаль селтәрҙән.

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас