Сәләмәт булайыҡ
23 Июнь 2025, 10:30

“Сәләмәтлек поездары” ете районға сыға

Архангел, Дыуан, Дүртөйлө, Бүздәк, Баҡалы, Стәрлетамаҡ һәм Бөрйән райондары халҡы бушлай медицина тикшереүе үтә ала.

“Сәләмәтлек поездары” ете районға сыға“Сәләмәтлек поездары” ете районға сыға
“Сәләмәтлек поездары” ете районға сыға

Был аҙнала “Сәләмәтлек поездары” Башҡортостандың Архангел, Дыуан, Дүртөйлө, Бүздәк, Баҡалы, Стәрлетамаҡ һәм Бөрйән райондарында буласаҡ.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә йыл һайын үткәрелеп килгән “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы хаҡында һөйләне.

– 21 апрелдән “Сәләмәтлек поездары”ның медицина хеҙмәткәрҙәре 71 910 тикшереү үткәрҙе, шуларҙың 15 975-е – рентген-тикшереү, 10 415-е – флюорография һәм 5500-е — маммография. Тикшереүҙәр барышында 1716 социаль әһәмиәтле сир осраҡтары асыҡланды, – тип һөйләне Айрат Рәхмәтуллин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Сәләмәтлек поездары”нда бөтә тикшереүҙәр бушлай үткәрелә. Табиптарға күренеү өсөн алдан яҙылыу талап ителмәй.

Фото Айрат Нурмөхәмәтовтың фотоархивынан. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас