Сәләмәт булайыҡ
3 Июль 2025, 20:15

Әсәһе һәләк булған сабыйға операция яһанылар

Йәш ярымлыҡ бала апайҙары менән бергә дауаханаға эләккәйне...

Әсәһе һәләк булған сабыйға операция яһаныларӘсәһе һәләк булған сабыйға операция яһанылар
Әсәһе һәләк булған сабыйға операция яһанылар

29 июндә Борай — Иҫке Балтас — Көйәҙе юлында юл-транспорт ваҡиғаһында 38 йәшлек ҡатын һәләк булғайны. Ул үҙенең «Лада Гранта» машинаһында юлдан ситкә сығып канауға ауа һәм шунда уҡ һәләк була.

Автомобилдә уның өс ҡыҙы һәм тағы бер туғаны булған ҡыҙ ултырған. Улар иҫән ҡала, әммә йәрәхәттәр ала. Әле өсәүһе Бөрө дауаханаһында. Хәлдәре уртаса.

Ә бына уларҙың йәш ярымлыҡ һеңлеһенә операция яһарға тура килгән. Әле уны реанимациянан нейрохирургия бүлексәһенә күсергәндәр. Ҡыҙсыҡты «Беҙҙең балалар» хәйриә фондынан нянялар ҡарай. Өләсәй кеше ҡыҙын ерләү менән мәшғүл.

Фото: "Беҙҙең балалар" хәйриә фонды.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас