Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
11 Август 2025, 10:00

Ангинаны ике көндә бөтөрә

Тамаҡ шеше, ангина осрағында ошо рецепт ныҡ файҙалы: бер стакан ҡыҙыл сөгөлдөр һутына бер аш ҡалағы туғыҙ процентлы аш һеркәһе һалып болғатығыҙ... 

Ангинаны ике көндә бөтөрә
Ангинаны ике көндә бөтөрә

Баҡсала үҫкән иң ябай, талымһыҙ йәшелсәнең береһе ул – сөгөлдөр. Ә үҙе витаминдарға, файҙалы матдәләргә шул тиклем бай! Ҡыҙыл сөгөлдөр аҙ ҡанлылыҡты иҫкәртә, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләй, эс ҡатыуҙан аралай.

Халыҡ медицинаһы менән ҡыҙыҡһыныусылар сөгөлдөрҙөң ангинаны, башҡа төрлө тамаҡ шешеүгә бәйле осраҡтарҙы һөҙөмтәле дауалауын яҡшы белә. Мәҫәлән, ангина осрағында ошо рецепт ныҡ тәьҫирле: бер стакан ҡыҙыл сөгөлдөр һутына бер аш ҡалағы туғыҙ процентлы аш һеркәһе һалып болғатып, көнөнә биш-алты тапҡыр тамағығыҙҙы сайҡатығыҙ. Әгәр һут һыҡҡысығыҙ булмаһа, сөгөлдөрҙө ваҡ ҡырғыс аша үткәреп, марля аша һығығыҙ.

Һутты эсеү ҙә яҡшы һөҙөмтә бирә, (был осраҡта аш һеркәһе һалмаҫҡа). Һут эшләү мәшәҡәт тиһәгеҙ, сей сөгөлдөрҙө ваҡ ҡырғыс аша үткәреп, салат итеп ашағыҙ. Тәм өсөн күңелегеҙгә ятҡан еләк-емеш – алма, ҡара емеш, күрәгә, сәтләүек өҫтәргә мөмкин. Бындай салатты даими рәүештә ашау тамаҡ шешеүҙе иҫкәртә, иммунитетты нығыта.

Фото: "Бәйләнештә" сайтынан. 

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас