Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
19 Август 2025, 10:10

Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығын һаҡлай торған үлән

Был үләндең составында фотоэстрогендар бар. Ул – ҡатын-ҡыҙҙы йәш, матур килеш һаҡлай торған гормон ул. Бынан тыш, афродизиак булып һанала. Ул дәртте арттыра, мөхәббәт хистәрен уятып ебәрә.

Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығын һаҡлай торған үлән
Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығын һаҡлай торған үлән

Был үлән – туҡранбаш. Руссаһы – клевер луговой. Уның химик составы бик бай. Унда С, В1, В2, Е витаминдары, каротин, флавоноидтар, фитоэстрогендар бар.

Туҡранбаштың:

- бәүел ҡыуҙырыу, ауыртыуҙы баҫыу; антисептик (яраларҙы төҙәтеү); ҡаҡырыҡты сығарыу, йүтәлде йомшартыу; ҡанды туҡтатыу; организмдың тонусын күтәреү; ҡан тамырҙарын нығытыу; гемоглобинды күтәреү; матдәләр алмашыныуын яҡшыртыу кеүек файҙалы үҙенсәлектәре бар.

Туҡранбаш үләне айырыуса ҡатын-ҡыҙҙар өсөн файҙалы. Климакс һәм менопауза осорондағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың дөйөм хәлен яҡшыртырға ярҙам итә. Ауыртыуҙы баҫыу үҙенсәлеге иһә күрем күп һәм ауырттырып килгәндә ярҙам итә. Элек туҡранбаш үләнен даими ҡулланып, ҡатын-ҡыҙҙар ауырға уҙыуҙан һаҡланған. Фәнни тикшеренеүҙәр ундағы п-кумар кислотаһының организмдың ауырға уҙыу функцияһын тотҡарлауын раҫлай.

Бынан тыш, ул – тәбиғи афродизиак. Туҡранбаш төнәтмәһе дәртте арттыра, ир-ат өсөн дә бик файҙалы. Ул простатит ауырыуын иҫкәртә, потенцияны көсәйтә.

Туҡранбашты сәскә ата башлаған осорҙа йыялар. Дарыу үләне булараҡ сәскәләре, япраҡтары һәм һабаҡтары, хатта тамырҙары ла ҡулланыла. Туҡранбаштың япраҡтарын сәй итеп кенә эсәргә түгел, салаттарға һәм йәшелсә аштарына ла ҡушырға була.

Йүтәлде дауалар өсөн туҡранбаштың сәскәләренән һәм япраҡтарынан төнәтмә яһайҙар. 1 стакан ҡайнар һыуға 2 аш ҡалағы кипкән һәм ваҡланған туҡранбаш сәскәһе алына. Төнәтмәне термоста ла әҙерләргә мөмкин.

Туҡранбаштан йәй көнө эсәр өсөн тәмле сәй ҙә әҙерләйҙәр. 3 литр һыуға 30 туҡранбаш сәскәһе, тәменсә шәкәр һәм бер аҙ лимон һуты һалып, һыуҙы ҡайнатып сығарырға, һыуынғас, һөҙөргә кәрәк.

Файҙалы үлән булһа ла, туҡранбашты бөйөрҙәрҙә таш булғанда, йөрәк ауыртҡанда, инсульттан һуң, ҡан тамырҙары киңәйгәндә, ҡан тамырҙарында тромбтар булғанда эсәргә кәңәш ителмәй.

Дауалана башлағансы, тәүҙә табиб менән кәңәшләшегеҙ. Фотоэстрогендарга бай булғанға, уны ауырлы ханымдарға ла эсмәҫкә кәрәк.

Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығын һаҡлай торған үлән
Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығын һаҡлай торған үлән
Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас