Сәләмәт булайыҡ
19 Август 2025, 13:25

Сөгөлдөр кеүәҫе эсегеҙ

“Август-сентябрь тирәһендә әсәйем йыл һайын сөгөлдөр кеүәҫе яһай ине. Ул уны теүәл бер ай эсә һәм ошо ваҡыт ҡанды таҙартырға тулыһынса етә, ти торғайны", - ти Вәсимә апай. 

Сөгөлдөр кеүәҫе эсегеҙСөгөлдөр кеүәҫе эсегеҙ
Сөгөлдөр кеүәҫе эсегеҙ

“Башҡортостан” гәзитенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә дуҫтарыбыҙ йыш ҡына үҙҙәре белгән, һынап ҡараған ысулдар менән уртаҡлаша. Вәсимә исемле апай тәҡдим иткән сөгөлдөр кеүәҫе рецебы һеҙгә лә ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайбыҙ.

“Август-сентябрь тирәһендә әсәйем йыл һайын сөгөлдөр кеүәҫе яһай ине. Ул уны теүәл бер ай эсә һәм ошо ваҡыт ҡанды таҙартырға тулыһынса етә, ти торғайны. Әле уның өлгөһө буйынса мин дә яһаным, сөнки сөгөлдөрҙөң витаминдарға иң бай, файҙалы сағы, ҡанды таҙартыр өсөн бик ҡулай.

Бер баш сөгөлдөрҙө өсмөйөш, манты ише ризыҡтарға тураған кеүек итеп турап, өс литрлы банкаға һалырға. Шуға 20-30 бөртөк йөҙөм емеше, ярты лимонды турап өҫтәргә лә ҡайнаған һыу ҡойорға. Һыу йылымысланғас (эҫе булмаһын), бер аш ҡалағы бал, бер семтем сүпрә (ҡомалаҡтыҡы булһа, тағы ла яҡшыраҡ) өҫтәп, ҡаплап ҡуйырға.

Иртәгәһенә үк яртышар стаканлап эсә башларға. Әҙерләп, эсеп ҡарағыҙ әле, дуҫтар! Сәләмәт булығыҙ!" – тип яҙҙы Вәсимә апай.

Фото: мәҡәлә геройының "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас