Сәләмәт булайыҡ
6 Сентябрь 2025, 10:45

Битегеҙ рәхмәт әйтер

Был битлектәр һәр кемдең өйөндә, йәғни ҡул аҫтындағы ризыҡтарҙан эшләнә: ҡыяр, алма, йомортҡа менән мөмкин... 

Битегеҙ рәхмәт әйтерБитегеҙ рәхмәт әйтер
Битегеҙ рәхмәт әйтер

Был битлектәр ҡоро тән тиреһе өсөн тәғәйенләнгән. Уларҙы битегеҙгә, муйынығыҙға, ҡулығыҙға һөртһәгеҙ, тән тирегеҙ рәхмәт әйтер.

***

Бер аш ҡалағы ҡаймаҡҡа ҡырғыстан үткәрелгән йәки иҙелгән ярты ҡыяр ҡушырға. Ҡушылманы тирегә һылап, 20 минут тоторға. Ошо уҡ битлекте ҡыяр урынына алма менән эшләргә мөмкин. 

* * *

Бер сәй ҡалағы зәйтүн майы, ярты сәй ҡалағы бал һәм бер йомортҡа һарыһын күбекләнгәнсе туҡырға. Масканы биткә, ҡулға ярты сәғәткә һөртөргә.

* * *

Әсетке нигеҙендә эшләнгән маскалар ҙа тирене һәйбәт туҡландыра һәм дымландыра. Бер сәй ҡалағы яңы әсеткегә бер аш ҡалағы йылымыс һөт, аҙ ғына шәкәр ҡушып, 30 минутҡа ҡалдырып торорға. Ошо массаны биткә, муйынға, ҡулға тигеҙ генә итеп һылап, ярты сәғәттән йылымыс һыу менән йыуырға.

Автор фотоһы. 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас