

Ҡара ҡарағатты шәкәр менән 1:2 нисбәтендә ашағыҙ һәм күп итеп сәй эсегеҙ.
Дегәнәк (әрекмән) тамырынан төнәтмә яһап эсегеҙ. Биш аш ҡалағы ваҡланған тамырҙы термосҡа һалығыҙ, бер литр ҡайнар һыу ҡойоғоҙ һәм биш-алты сәғәт төнәтегеҙ. Ашарҙан 30 минут алда көнөнә өс тапҡыр 1/3 стаканлап эсегеҙ.
Гөлйемешле (әлморонло) сәй эсегеҙ. Бер стакан емеште ҡулығыҙ менән ваҡлағыҙ ҙа ике стакан ҡайнар һыу ҡойоғоҙ, бер аш ҡалағы бал өҫтәгеҙ. Өс өлөшкә бүлеп, көн дауамында эсегеҙ.
Ҡайындың йәш япраҡтарынан эсемлек яһағыҙ. 150 грамм йәш япраҡҡа өс стакан ҡайнап һыуыныңҡыраған йылы һыу ҡойоғоҙ, өс-дүрт сәғәт төнәтегеҙ. Аҙаҡ ашарҙан 30 минут алда көнөнә ике тапҡыр яртышар стакан эсегеҙ.
Ашҡаҙандың башҡа ауырыуҙарын (гастрит, сей яра сире) дауалағыҙ. 100-әр грамм бал, аҡ май, какао һәм 10 миллилитр алоэ һуты ҡатнаштырығыҙ. Ашарҙан 30 минут алда көнөнә өс тапҡыр берәр балғалаҡ ҡабул итегеҙ.
ИҒТИБАР! Мәғлүмәт таныштырыу маҡсатында бирелде. Медицина күрһәтмәләре бар. Дауалаусы табип менән кәңәшләшегеҙ.
Автор фотоһы.