Сәләмәт булайыҡ
6 Октябрь 2025, 20:30

Сөйәлдән еңел генә ҡотолған

“Бер баламды сөйәл йонсотто. Битенә, ҡулдарына сыҡты. Уҡыған институтында ерәнгән булып, мыҫҡыл итеп, бер партала ултырмай ҡыйырһыта башлағастар, китергә мәжбүр булды. Табиптар ҙа, профессорҙар ҙа ҡалманы..." 

Сөйәлдән еңел генә ҡотолғанСөйәлдән еңел генә ҡотолған
Сөйәлдән еңел генә ҡотолған

Кешенең тәненә сыҡҡан сөйәл ярайһы уҡ мәшәҡәттәр тыуҙыра. Ваҡытында дауаланмаһаң, аҙып китеүе лә бар. Мәрйәм апай Бураҡаева сөйәлде халыҡ ырымы менән бөтөрөү тураһындағы яҙмаһын уртаҡлашты.

“Бер баламды сөйәл йонсотто. Битенә, ҡулдарына сыҡты. Уҡыған институтында ерәнгән булып, мыҫҡыл итеп, бер партала ултырмай ҡыйырһыта башлағастар, китергә мәжбүр булды. Табиптар ҙа, профессорҙар ҙа ҡалманы. Бахырҡайымды илата-илата сөйәлен соҡоп, тамырын сығарып маташтылар. Көнөнә бер-икене генә алдылар. Шулай ике айҙан ашыу яфаланды. Урыны йәмһеҙ булып ҡалды. Тик бер нисә ай ҙа үтмәне, бәшмәк һымаҡ, бер урындан әллә нисәү тағы сыға башланы.

Ауылға алып ҡайтып, һелте, эркет менән йыуындырҙым. Юҡ, ярҙам итмәне. Тулған айға сыҡтыҡ... Иртәгәһенә ҡараһаҡ, бер нәмә лә ҡалмаған! Һыпырылып ҡойолдомо икән, тибеҙ. Берәү генәһе лә юҡ. Ҡайҙа булған? Һеңгән дә ҡуйғанмы? Бына ғәләмәт!

Бәлки, был тәжрибә лә кемгәлер файҙалы булыр”, – тип яҙҙы Мәрйәм апай Бураҡаева.

Эйе, тән тиреһендәге сөйәлде тулған айға күрһәтеп һамаҡлау – борондан билдәле, ярайһы уҡ киң таралған алым. “Ай, ҡайҙа һинең тәтәйең? Бына минең тәтәйем!” – тип күрһәтергә ҡуша ине инәй-өләсәйҙәр.

Халыҡтың дауалау алымдарының әле беҙгә асылмаған серҙәре бихисап. Тулған ай ярҙамында сөйәлдәрҙән ҡотолоу ҙа шундайҙар рәтендә ҡала килә. Уларға ышанырғамы-юҡмы – һәр кем үҙе хәл итә.

Фото: fotobank02.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас