

27 октябрҙә - 2 ноябрҙә Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Инсульт менән көрәш аҙналығын үткәрә.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 27 октябрҙә - 2 ноябрҙә Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Инсульт менән көрәш аҙналығын үткәрә.
Баш мейеһендә киҫкен ҡан әйләнеше боҙолоуы менән барған, туҡымаларҙы һәләк иткән һәм нервы системаһын зарарлаған ауыр сир ул – инсульт. Уның төп билдәләре:
-баш әйләнеүе, тигеҙлек һәм хәрәкәт координацияһы боҙолоуы;
-тәндең ойоуы, хәлһеҙлек йәки тәндең бер яғын фалиж һуғыуы;
-күҙ алды ҡараңғыланыуы, әйберҙәрҙең ҡуш булып күренеүе йәки тоноҡланыуы;
-баштың кинәт ярылып килгәндәй ауыртыуы.
Инсульт теләгән бер кешене, йәшенә-ҡартына айырып тормай, йығыуы мөмкин. Хәүеф факторҙары:
-юғары артериаль ҡан баҫымы;
-холестерин юғарылығы;
-артыҡ тән ауырлығы һәм һимеҙлек;
-диабет;
-йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре ;
-тәмәке тартыу;
-наркотиктар менән мауығыу;
-алкоголле эсемлектәр ҡулланыу.
Төп талап – сәләмәт тормош менән йәшәү. Артериаль ҡан баҫымығыҙҙы белегеҙ һәм тикшереп тороғоҙ. Тәмәке тартыуҙы ни тиклем иртәрәк ташлаһағыҙ, аш-һыуға тоҙҙо аҙыраҡ һалырға тырышығыҙ, консерва һәм ярымфабрикаттарҙан баш тартығыҙ. Ҡандағы холестерин кимәлен контролләгеҙ. Өҫтәлегеҙҙән йәшелсә, еләк-емеш өҙөлмәһен. Шәкәр һәм мал майы менән мауыҡмағыҙ, алкоголле эсемлектәр һеҙҙең сәләмәтлек файҙаһына түгел. Спорт менән даими шөғөлләнегеҙ. Саф һауала йәйәү йәки велосипедта йөрөү йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен, шул иҫәптән инсульт хәүефен дә кәметә, тигән кәңәш бирә табиптар.
Нефтекама дауаханаһы табип-неврологы һәм неврология бүлексәһе мөдире Айҙар Кәримов инсульттың тәүге билдәләре тураһында һөйләне һәм: “Күреү һәләтенең дә боҙолоуы ихтимал. Ҡайһы бер саҡта баштың ҡапыл ныҡ ауыртыуы, кешенең ҡоҫҡо килеүе ихтимал”, - тип белдерҙе ул.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.