Сәләмәт булайыҡ
3 Ноябрь 2025, 21:00

Аяғығыҙҙы аҙнаға бер тапҡыр алма һеркәһенә тығып ултырығыҙ

Сөйәлдәрҙе лә уның ярҙамында бөтөрөргә була.

Аяғығыҙҙы аҙнаға бер тапҡыр алма һеркәһенә тығып ултырығыҙАяғығыҙҙы аҙнаға бер тапҡыр алма һеркәһенә тығып ултырығыҙ
Аяғығыҙҙы аҙнаға бер тапҡыр алма һеркәһенә тығып ултырығыҙ

Алма һеркәһенән (уксус) ванна аяҡтарға яҡшы ял бирә. Тасҡа етерлек йылы һыу ҡойоп, бер стакан алма уксусы өҫтәргә, бер-ике тамсы яратҡан эфир майын тамыҙырға ла аяҡты 30 минут шунда тоторға. Аҙнаһына бер тапҡыр эшләһәң етә.

Шулай уҡ ышҡылып барлыҡҡа килгән сөйәлдәрҙән дә ҡотолорға була: уксус менән һыуҙы тигеҙ нисбәттә алып, аяҡты бер аҙ шунда тотоп алырға ла пемза менән ышҡып бөтөрөргә. 

Алма һеркәһе насар еҫте бөтөрә, тирене йомшарта, уны һығылмалы итә, бәшмәк ауырыуҙарына ҡаршы сара ла. Ә иң мөһиме - ул ҡыйбат тормай һәм ҡулланыуҙа ҡулай. 

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас