Сәләмәт булайыҡ
3 Ноябрь 2025, 21:00

Бауыр аҙаҡҡаса ауыртмай тиҙәр: уның сирләгәнен нисек белергә?

Ул үҙен һиҙҙерә башлағанда инде һуң булыуы бар. Шуға күрә бауырҙы ваҡыт-ваҡыт ял иттерергә кәрәк. 

Бауыр аҙаҡҡаса ауыртмай тиҙәр: уның сирләгәнен нисек белергә?Бауыр аҙаҡҡаса ауыртмай тиҙәр: уның сирләгәнен нисек белергә?
Бауыр аҙаҡҡаса ауыртмай тиҙәр: уның сирләгәнен нисек белергә?

Әйтеүҙәренсә, бауыр һуңғы сиккәсә ауыртмай. Ә ул үҙен һиҙҙерә башлағанда инде һуң булыуы бар. 

Бауыр сирҙәренең ниндәй билдәләре күҙәтелә һуң? Мәҫәлән:

- уң яҡ ҡабырға аҫтында ауыртыу тойоу;

- тиренең һарғайыуы, бигерәк тә күҙҙең ағының һарғайыуы;

- бәүелдең ҡара төҫкә инеүе, ә оло ярауҙың, киреһенсә, асыҡ төҫ алыуы;

- тән тиреһендә көслө ҡысыуҙар барлыҡҡа килеү;

- шешенеү;

- хәлһеҙлек, тиҙ арыу, хәтер насарайыуы;

- ҡулдар ҡалтырауы.

Быларҙы иҫкәртеү өсөн дөрөҫ туҡланырға, ваҡыты менән ас торорға, ураҙа тоторға, бауырҙы ял иттерергә кәрәк. Һәм уны таҙартып торорға. Йыш ҡына бауырға профилактика үткәргәндә һоло ҡулланғанды беләбеҙ. Һоло эсемлеге бауырҙы, үт юлдарын, ҡан тамырҙарын таҙарта.

Тағы бер һауытҡа ваҡлап туралған кипкән әрем һалып, шуны гел табында тотоу файҙаға булыр. Майлы аш, ашҡаҙанға ауыр ризыҡтар ашағанда әремде әҙ генә семтеп ҡабып ҡуйырға кәрәк.

Ваҡыт-ваҡыт гөлйемеш тамырын сәй кеүек төнәтеп эсергә була. Ул үт ҡыуығындағы таштарҙы иретеү һәләтенә эйә. Ләкин йөрәк, бөйөр ауырыуҙары булғанда, эс ҡатҡанда, ҡан баҫымы түбәнәйгәндә, тромбофлебит яфалағанда ул ярамай, сөнки ҡанды ҡуйырта.

Бауырға ярҙам иткән үләндәр байтаҡ: алабута, эхинация тамыры, ҡойроҡло амарант, гөлбаҙран (пижма). Бәпембә тамырын сәйнәп йөрөү ҙә файҙалы икән. 

ИҒТИБАР! Мәғлүмәт таныштырыу маҡсатында бирелде. Медицина күрһәтмәләре бар. Тәүҙә дауалаусы табип менән кәңәшләшегеҙ.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас