Ҡатын-ҡыҙҙарҙың гемоглобин кимәле – 120-140, ир-егеттәрҙеке 130-160 булһа, нормаға ярашлы һанала, ти табиптар. Әммә арабыҙҙа гемоглобины түбән болоуҙан йонсоған кешеләр ҙә күп. Был хәл ысынлап та йонсота, сөнки кеше тиҙ арый, хәле булмай, эшләгеһе килмәй.
Гемоглобин түбән булған осраҡта табиптар тәғәйенләгән дарыуҙар менән генә сикләнмәгеҙ. Бына һеҙҙең иғтибарға еңел генә алым.
300-әр грамм кишер менән сөгөлдөрҙө эре ҡырғыстан үткәрегеҙ ҙә шуға 300 грамм бал өҫтәп, яҡшы итеп бутағыҙ. Әҙер массаны һыуытҡыста һаҡлағыҙ. Ошо ҡатнашманы көн һайын иртәнге аштан ярты сәғәт алда, йәғни ас ҡарынға бер аш ҡалағы ашарға кәрәк. Аҙна - ун көндә хәл инеп, эшкә дәртегеҙ артыуын тоя башларһағыҙ.
Сәләмәт булығыҙ!
Фото: Розалия Хисаева.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!