Быуындар һыҙлауы ололарҙа ғына түгел, йәштәрҙә лә күҙәтелә. Ошо яфанан ҡотолдора торған халыҡ дауаһы ысулы бар. “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөбөҙҙәге дуҫыбыҙ – Зилә исемле ханым бына ошондай халыҡ дауаһы өлгөһө менән уртаҡлашты.
“Сөгөлдөр ҡулланып, быуындар һыҙлауын бөтөнләй оноттом, Аллаға шөкөр. Элек карауаттан торғанда, аяҡҡа баҫа алмай яфалана, дарыу ашамайынса атлап та китеп булмай ине. Хәҙер дарыуҙарҙы ла онота башланым. Был төнәтмә ҡан баҫымын да нормаға килтерә. Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте инде был! Тик үтендә ташы, шәкәр диабеты булғандарға, ғөмүмән, бар кешегә лә тәүҙә табиптар менән кәңәшләшергә кәрәк.
Шулай итеп, өс литрлыҡ банкаға ике уртаса ҙурлыҡтағы сей сөгөлдөрҙө ҡабығынан әрсеп, шаҡмаҡлап турап һалабыҙ. Өҫтөнә ҡайнап һыуынған (бүлмә температураһындағы) һыу ҡоябыҙ. Артабан бер сәй ҡалағы балды ярты стакан йылымыс һыуҙа болғатып, банкаға ҡоябыҙ. Өҫтөнә ҡапҡас ябабыҙ. Еткерә япмағыҙ, сите әҙерәк асыҡ ҡалһын. Биш көн һалҡын урында тотабыҙ (һыуытҡыста тоторға ярамай, өйҙәге һалҡыныраҡ урынға ҡуйығыҙ). Өҫтөндәге күбеген алып, марля аша һөҙөгөҙ. Төнәтмәне көн һайын ашар алдынан йәки ашағандан һуң яртышар стакандан дүрт мәртәбә эсегеҙ. Бер өс литрлыҡ банка төнәтмәне эсеп бөтөүгә үк быуындарҙың һыҙлауы кәмей. Һау-сәләмәт булығыҙ!”
Халыҡ медицинаһы алымдарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ!
Ә. Халиҡова фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!