"90+" тип аталған 15 йыллыҡ тикшеренеү барышында табиптар төркөмө бик ҡыҙыҡлы һығымталар яһаған, уларҙың ҡайһы берҙәре хатта көтөлмәгәнсә булған.
Ҡымыҙ, һаумал һөт, ойотолған һөт ризыҡтары оҙон ғүмерлелек эликсиры тип табылған. Көнөнә самалап, йәғни бер стакан тирәһе эсһәгеҙ, улар ваҡытынан алда үлеү хәүефен 18 процентҡа кәметә. Мәҫәлән, көн һайын 15-45 минут спорт менән шөғөлләнеү – 3 процентҡа ғына. Өҫтәүенә артыҡ спорт көсөргәнеше инфаркт һәм инсульт хәүефен арттырыуы ла бар.
Нисек кенә сәйер булмаһын, аҙ ғына артыҡ килограмдар ҙа файҙаға икән. Йомроҡайҙар үтә ябыҡ, ҡаҡса кешеләрҙән оҙағыраҡ йәшәй, тип иҫәпләп сығарғандар (бында һүҙ һимереү тураһында бармай).
Ҡәһүә – оҙон ғүмерле булыу өсөн тағы ла бер эликсир. Көнөнә ике сынаяҡ хуш еҫле эсемлек 10 процентҡа иртә үлеү ихтималлығын кәметә, ти.
Хобби, йәғни төрлө шөғөлдәр ныҡ мөһим роль уйнай. Оло йәштә яратҡан шөғөлөнә көнөнә кәмендә ике сәғәт бүлгән кешеләрҙең оҙон ғүмерле булыу шансы 21 процентҡа күберәк. Оло йәштә лә бейергә, берәй музыка ҡоралында уйнарға өйрәнергә, һынлы сәнғәт төрҙәре менән булышырға, караокеға ҡушылып йырларға, сит телдәрҙе үҙләштерергә мөмкин. Иң мөһиме – был эште яуаплылыҡ итеп түгел, ә шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек менән башҡарыуығыҙ.
Һығымта. Даими рәүештә ҡымыҙ, ойотолған һөт ризыҡтары эсәбеҙ (18%), бер-ике килограмм артыҡ ауырлыҡ йыябыҙ (3%), көнөнә бер-ике сынаяҡ ҡәһүә эсәбеҙ (10%), яратҡан шөғөлөбөҙ менән булышабыҙ (21%). Йәмғеһе – 52%. Уртаса ғүмер оҙайлығын 70 – 80 йәш тип алғанда ла, ошоларҙы үтәп, 120 йәшкә етеү мөмкинлеге бар, тимәк. Иң мөһиме – тормошто яратып, йылмайып-көлөп йәшәгеҙ. Шатлыҡ-ҡыуаныс ғүмерҙе арттыра.
Азамат Абдрафиҡов фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!