Дөрөҫ итеп эшләһәң, тоҙло бәйләместәрҙең файҙаһы ҙур. Быуындары һыҙлаған кешеләр быны ҡуллана. Ә бына Рәмилә тигән ҡатын түшендәге кистаһын шулай бөтөрҙөм, ти.
"45 грамм тоҙҙо ярты литр банкалағы йылы һыуҙа яҡшылап болғатаһың да, унан марляны һигеҙ ҡатлы итеп бөкләп яһап, шул һыуға һалып, һығып алырға ла күкрәккә төнгөлөккә бәйләп ҡуяһың. Бер ай тирәһе яһалды был эш. Аллаһтың рәхмәте менән киста бөттө", - тигән ул.
ИҒТИБАР! Был мәғлүмәт таныштырыу маҡсатында бирелде. Медицина күрһәтмәләре бар. Иң беренсе дауалаусы табибығыҙ менән кәңәшләшегеҙ.
Автор фотоһы.
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-213523767_76852
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!