Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
6 Декабрь 2025, 20:50

Өс кеше яман шешкә бирешмәй

30 йылға яҡын эш стажы булған онколог үҙенең күп йыллыҡ күҙәтеүҙәренән асыш яһаған. Быны белеү бөтәбеҙгә лә файҙалы булыр.

Өс кеше яман шешкә бирешмәй
Өс кеше яман шешкә бирешмәй

Баҡтиһәң, ҡайһы бер психологик һәм социаль факторҙар онкологик ауырыуҙарға ҡаршы тороуҙа мөһим роль уйнай. Билдәле онколог ямаш шешкә бирешмәүсе өс төркөмдө билдәләй.

1. Маҡсаты булған кешеләр. 

Был - ниндәйҙер шөғөлө булғандар ғына түгел, ә көн дә ысынлап ҙур изге ниәттәр менән йоҡонан торған энтузиастар. Уларҙың маҡсатҡа ынтылышы һәм мөһим эшкә йәлеп ителеүе диагноз ҡуйылғандан һуң да ошо әүҙемлекте һаҡларға ярҙам итә һәм ремиссияға булышлыҡ итә. Маҡсатҡа ынтылған психика организмға бирешергә әмәл бирмәй.

2. Асыуҙарын белдерә белгән кешеләр.

"Ғаиләле, сабыр һәм уңайлы кешеләр беренсе булып үлә", – тип билдәләй онколог. Асыуҙы гел баҫыу һәм кешеләргә талаптарыңды ҡуя белмәү хроник ялҡынһыныуға һәм организмдың үҙ-үҙенә һөжүм итеүенә килтереүе ихтимал. Үҙеңдең хис-тойғоларыңды сығара белергә һәм үҙ мәнфәғәттәреңде яҡлау мөһим.

3. Тәрән эмоциональ бәйләнешле кешеләр.

Ихлас һәм асыҡтан-асыҡ һөйләшер бер генә кешеңдең булыуы ла йәндең иммун системаһын нығытырға булышлыҡ итә. Бындай пациенттар бер нисә тапҡырға тиҙерәк һауыға. Ә башҡаларҙы ҡайғыртырға ҡурҡҡандар һәм өндәшмәгәндәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш осраҡта шым ғына китәләр.

Табиптың төп һығымтаһы: онкологияның 90 проценты тәндә түгел, ә кеше үҙенең шәхесен юғалтҡан мәлдә башлана. Был матур һүҙҙәр генә түгел, ә биологик процестарҙың сағылышы. Кеше үҙенең ысын теләктәрен һәм тойғоларын баҫтырғанда, организм, был ялғандан арығанлыҡтан, бирешергә мөмкин.

Фото: нейроселтәр.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас