8 – 14 декабрҙә Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Никотинлы продукцияны файҙаланыуҙы иҫкәртеү аҙналығын үткәреү тураһында иғлан итте.
Тәмәкегә бәйлелек – кешелек тарихындағы иң таралған эпидемияларҙың береһе. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәрненә ҡарағанда, үҫмер саҡта тәмәке көйрәтә башлағандарҙың һәм 25 йылдан ашыу тәмәке тартҡандарҙың ғүмер оҙайлылығы, сәләмәт тормош алып барыусылар менән сағыштырғанда, 15 - 20 йылға кәмей.
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, кешеләр тәмәке тартыуҙың зыянлы икәнлеге тураһында яҡшы хәбәрҙар, ә бына пассив тартыу – башҡа кешенең төтөнөн һулау – зыянлы икәнлеге тураһында аҙ белә. Тәмәке тартыу һәм икенсе кеше тартҡан тәмәке төтөнөн һулау ҡан тамырҙарының, бронхыларҙың тиҙ арала ҡыҫҡа ваҡытҡа киңәйеүенә, һуңынан ҡан тамырҙарының киҫкен тарайыуына һәм спазмына килтерә. Тағы, бөтә ҡан тамырҙарының киңлеге ҡырҡа үҙгәреүҙән тыш, организмға аҙыҡ менән ингән бөтә туҡлыҡлы матдәләрҙең шунда уҡ тарҡалыуы башлана. Беренсе булып С витамины кәмей, ул ҡан тамырҙары стенаһының мөһим өлөшө булған коллаген синтезында ҡатнаша. Ҡан тамырҙары тармаҡтарының эндотелийына (эске стенаһы) механик зарар килә. Был насар ғәҙәт менән дуҫлыҡ тотош организмдың тарҡалыуына килтерә.
Өфөлә ир-егеттәрҙең - 50, ҡатын-ҡыҙҙарҙың 25-30 проценты тәмәке тарта. Был хаҡта Республика клиник наркология диспансерының 1-се диспансер-полклиника бүлексәһе мөдире Ольга Запевалова белдерҙе. Ул был тармаҡта өс тиҫтә йылдан ашыу эшләй.
Шуныһы үкенесле: хәҙер, тәмәке менән бер рәттән, электрон сигарет тартыусылар ҙа байтаҡ. Уларҙың күбеһе был ысын тәмәке тартыу түгел, тип уйлай. Күптәр көсөргәнешле хәлдәрҙән сығыу өсөн был алама ғәҙәт менән дуҫлаша. Уларҙың һаулыҡ өсөн зынлы был ғәҙәтенән арыныу өсөн поликлиникаларҙа сәләмәт тормош алып барырға өндәгән иҫкәртеү кабинеттарының барлығы тураһында хәбәр итәбеҙ.
Әлбиттә, һәр кем һаулығына һаҡсыл ҡараш булдыра икән, яман ғәҙәттәрҙән дә арынасаҡ. Иң мөһиме – бының өсөн теләк булһын. Ғөмүмән, бер тапҡыр бирелгән ғүмерҙе һаулыҡта, сәләмәтлек өсөн файҙалы ғәмәлдәр менән үткәреү зарур.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!