Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
8 Декабрь 2025, 00:15

Өләсәйең ватсаптан "Хәйерле иртә!" ебәрһә, әрләшмә

Өлкән кешеләрҙең телефондан туҡтауһыҙ төрлө открыткалар ебәреүенә асыу килә ҡайһы берҙә. "Хәйерле иртә", "Сәләм", "Тыныс йоҡо" кеүек фотоһүрәттәр ялҡытып та китә, телефондың хәтерен дә тултыра. Тик асыуланырға йәки яуап бирмәй ҡалдырырға тырышмағыҙ. Быға бына ниндәй аңлатма бар.

Инәй-өләсәйҙәрҙең бындай открыткаларын иғтибарһыҙ ҡалдырыу уларҙың һаулығына зыян килтерә тип белдерә психологтар.

Яҡындарының яуап реакцияһы булмауы мейелә һине кире ҡағалар тигән уй-фекер тыуҙыра. Был апатия хәүефен арттыра, ситләшеү тойғоһо тыуҙыра, когнитив функцияларҙы насарайта һәм һаулыҡҡа кире йоғонто яһай.

Шулай итеп, өләсәйҙәргә, ғөмүмән, өлкән кешеләргә һәр ҡотлау өсөн рәхмәт әйтергә онотмайбыҙ!

Зиннур Боҫҡонов фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас