1. ЦИТРУС ЕМЕШТӘР
Лимон, әфлисун, мандарин, грейпфрут – был емештәрҙе иртән ас ҡарынға ашарға ярамағаны аңлашыла. Уларҙағы кислота ҡырҡыу, ашҡаҙан тиресәһен яндырырға, артабан гастритҡа илтергә мөмкин. Бауырға ла ауыр була был ризыҡтар. Аллергия менән яфаланған кешеләргә лә цитрустар килешмәй.
2. БАНАН
Бананда магний күп, ә магний йөрәк эшсәнлеген яҡшырта. Ләкин шулай булһа ла, таң менән кухняға инеп, иң беренсе банан ашап ҡуйырға ярамай. Ас ҡарынға ашаған банан организмда калий-магний балансын емерергә мөмкин. Шуға күрә, банандан ғына торған иртәнге аштан һуң көн буйына хәлһеҙлек, һүлпәнлек тойһағыҙ – аптырамағыҙ.
3. ЙОГУРТ
Ас ҡарынға йогурт ашауҙан булған зыян цитрус емештәре ашағандағы кеүек түгел, әлбиттә. Ләкин бындай йогурттың файҙаһы ла юҡ! Организмға иртә таң менән өҫтәмә бактериялар кәрәкмәй, шуға күрә йогуртты көндөҙ йәки кисен ашау һәйбәтерәк.
Бер әйткәндә, ас ҡарынға сей йәшелсә, һалҡын эсемлек, кофе, ит, колбаса, һарымһаҡ та ярамағанын өҫтәп үтәйек.
Фото: нейроселтәр.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!