Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
8 Декабрь 2025, 12:30

Таҙарта һәм ябыҡтыра

Ошо эсемлекте бер аҙна дауамында иртәнсәк бер стакан эсһәгеҙ... 

Таҙарта һәм ябыҡтыра
Таҙарта һәм ябыҡтыра

100 - 120 грамм таҙартылған ҡабаҡ орлоғо, ярты балғалаҡ куркума, ярты  аш ҡалағы онталған (порошок хәлендәге) имбир, өс стакан ҡайнап һыуынған һыу алабыҙ. Ҡабаҡ орлоғо, куркума һәм имбирға һыуҙың бер өлөшөн ҡушабыҙ һәм блендерҙа берҙәм масса барлыҡҡа килгәнсе иҙәбеҙ. Һыуҙың ҡалғанын өҫтәп, болғағас, эсемлек әҙер. Ошо эсемлекте бер аҙна дауамында иртәнсәк бер стакан эсергә.

Ниндәй маҡсатта ҡулланалар? Иң төп тәғәйенләнеше – эсәктәрҙе таҙартыу, унда тупланған шлактарҙан, паразиттарҙан ҡотолоу. Эсемлек ябыҡтырыу көсөнә лә эйә.

Эсемлекте сама менән ҡулланһағыҙ, зыяны, иҫкәрмәләре юҡ. Шулай ҙа халыҡ дауаһы алымдарын ҡулланһағыҙ, табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас