Етендән эшләнгән кеҫәл ҡан тамырҙарын нығыта, организмды таҙарта, шулай уҡ ул ашҡаҙан-эсәк сирҙәренән дә килешә.
Кистән 1/3 стакан етен орлоғона бер литр һыу ҡойоп, ҡайнау хәленә еткерергә һәм ошо ҡатнашманы ике сәғәт эҫе һыу һалынған ҙурыраҡ һауытта тоторға. Ошо килеш төнгөлөккә ҡалдырырға ла мөмкин.
Иртәнсәк һөҙөп алырға. Яҡынса 850 грамм тирәһе кеҫәл рәүешендәге эсемлек килеп сыға.
Көн һайын иртәле-кисле ашар алдынан 1/3 стакан эсергә, йәмғеһе биш көн тирәһенә етергә тейеш. 15 көн эскәндән һуң ике-өс ай ял итергә.
Сәләмәт булығыҙ!
Фото: нейросеть ярҙамында эшләнде.