Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
7 Ғинуар , 02:00

27 килограмға ябыҡтым

Бер ханым күп ашауынан нимә эшләргә белмәүен яҙғайны. Мин дә шулай ныҡ күп ашай инем. Төнөн тороп та...

27 килограмға ябыҡтым
27 килограмға ябыҡтым

"Бер ханым күп ашауынан нимә эшләргә белмәүен яҙғайны. Иң тәүҙә иламаҫҡа. Мин дә шулай ныҡ күп ашай инем. Төнөн тороп та.

Шуға һыуытҡысҡа тәүҙә майонезлы салаттар ҡуя башланым. Колбаса, икмәк урынына шуны ашай инем. Ас ҡарынға ябай һыу эсһәң, күңел болғана ине. Шуға баллы һыу эстем.

Шунан салаттарҙы емештәрҙән эшләй башланым. Унан төнөн уянғанда баллы һыу эсә башланым.

Ике аҙнанан төнөн уянмай башланым. Иртәнсәк ашағы килмәгәс, кофе ғына эсә башланым. Әкренләп киске ашта икмәкте әҙәйттем, унан кис уны ашамай башланым. Унан ҡамыр аштары, тәм-том ашаманым.

Иң мөһиме, ҡапыл ашамай стресс эшләмәгеҙ. Әкренләп барһа, барыһы ла еңелерәк булыр.

Мин 27 килограмм ташланым. 105 килограмға барып еткән инем.

Иң тәүҙә тынысланығыҙ. Барыһы ла яҡшы булыр".

 

Автор фотоһы.

Сығанаҡ: https://vk.com/im/convo/166873706?entrypoint=list_all&w=wall-202792286_24094

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас