Табандарға компресс ҡуйып ятыу – ҡан әйләнешен һәм дөйөм хәл торошон яҡшыртыу өсөн бынамын тигән сара. Бының өсөн биш тырнаҡ һарымһаҡ, бер ҙур булмаған һуған, 100-120 мл һыу, мамыҡ дискылар, үҙе йәбешеүсе бинт, тәбиғи туҡыманан ойоҡбаштар кәрәк буласаҡ.
Әҙерләү: һуған менән һарымһаҡты ваҡ итеп турайбыҙ ҙа ҡайнап сыҡҡан һыуға һалып 3-5 минут бешерәбеҙ. Бүлмә температураһына тиклем һыуытҡас (20 минут тирәһе), мамыҡ дискыларҙы манып алып, табандың урта тирәһенә ҡуябыҙ, бинт менән нығытабыҙ һәм ойоҡбаш кейәбеҙ. Компресты иртән алып, аяҡтарҙы йылы һыу менән йыуып алабыҙ. Тәүге аҙнала көн аша ҡулланһаҡ, һуңынан компресты бер ай дауамында аҙнаһына бер тапҡыр эшләйбеҙ. Курсты өс-дүрт айға бер ҡабатларға мөмкин. Ҡулланыр алдынан тест эшләп ҡарау яҡшы – төнәтмәне әҙ генә ҡулығыҙға һөртөп ҡарағыҙ. Әгәр тире әсетә йә ҡысыта икән, тимәк, компресс һеҙгә ярамай.
Сәләмәт булайыҡ!
Фото: "Алиса АI" ярҙамында эшләнде.