1. Әгәр һиңә ҡыйын икән – иҙән йыуа башла. Тик швабра менән түгел, ә эйелеп, ҡулдарың менән йыуыу мөһим. Шунда уҡ үҙеңде яҡшыраҡ тоя башларһың. Иҙән йыуғанда башыңда ҡайнаған уйҙар таралыр, нәҡ әлеге миҙгелдә үҙеңде, үҙ күңелеңде тоя башларһың.
2. Мөһим ҡарар ҡабул итер алдынан өс төн үтһен. Бер генә түгел. Сөнки беренсеһендә һинең менән тойғолар идара итәсәк, икенсеһендә – ҡурҡыу, өсөнсөһөндә генә айыҡ аҡыл менән фекер йөрөтә башлаясаҡһың. Былай иткәндә, ниңә генә ҡабаландым икән, тигән үкенестәр аҙыраҡ булыр.
3. Йоҡонан торғас, аяҡтарыңды һалҡын һыу менән сайып ал. Тәнең дә, мейең дә уяныр.
4. Үҙеңде насар тояһың икән, был ваҡытта табала ризыҡ ҡыҙҙыра башла. Нимә булһа ла. Ашағың килмәһә лә. Тәмле еҫ, йылылыҡ – был мейе өсөн хәүефһеҙлек сигналы булып тора
5. Бөтә нимә һарыуыңды ҡайнатһа, урамға сыҡ һәм арығансы йөрө. Телефонһыҙ, бер ниндәй маҡсатһыҙ - алға бар ҙа бар. Башыңдағы насар уйҙар, күңелеңдәге асыу таралып бөтөр.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!