Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа түлһеҙлек менән осрашҡан ғаилә парҙары артҡандан-арта башланы. Бының сәбәбе нимәлә, проблеманы хәл итеү юлдары ниндәй? Бөгөнгө ҡунағыбыҙ менән ошо хаҡта аралашып, проблеманың төбөнә төшөргә тырыштыҡ.
Әңгәмәләшем - юғары категориялы табип, медицина фәндәре кандидаты, ә иң мөһиме, йөҙләгән ғаилә парына ата-әсә булыу бәхетен бүләк итеүсе тәжрибәле репродуктолог Әлфиә Тләш ҡыҙы Соғорова.
- Әлфиә Тләш ҡыҙы, тәү сиратта аңлатып китегеҙ әле, зинһар - репродуктолог кем ул? Ул нимә менән шөғөлләнә?
- Табип-репродуктолог репродуктив һаулыҡ менән бәйле проблемаларҙы диагностикалау, дауалау һәм профилактикалау менән шөғөлләнә. Беҙҙең төп бурсыбыҙ – пациенттарға балаға уҙып, һау-сәләмәт бәпес алып ҡайтырға ярҙам итеү. Репродуктолог ҡатын-ҡыҙҙар менән дә, ир-егеттәр менән дә эшләй, сөнки түлһеҙлек төрлө факторҙарға бәйле булыуы мөмкин.
- Һуңғы йылдарҙа көнүҙәк проблемаларҙың береһе булған түлһеҙлектең төп сәбәптәре нимәләргә барып тоташа икән?
-Ысынлап та, был проблемның көнүҙәклеге артҡандан-арта. Әгәр донъя статистикаһына күҙ һалғанда, халыҡтың 15 проценты түлһеҙлек менән осрашһа, Рәсәйҙә был һан тағы ла күберәк – 17 процентҡа етә. Уның сәбәптәре күп. Тәүгеһе итеп социаль факторҙы алайыҡ. Хәҙер күп йәштәр ғаилә ҡорорға ашыҡмай, тәүге планға карьера төҙөүҙе, матди яҡтан ныҡлы аяҡҡа баҫыуҙы ҡуялар, йә булмаһа “үҙҙәре өсөн” йәшәп ҡалырға тырышалар. Әммә торлаҡлы, машиналы булып, эш буйынса уңыштарға ирешеп, ғаилә ҡорорға, балалар үҫтерергә теләктәре барлыҡҡа килгәндә инде йәштәре 40-ҡа яҡынлаша. Ә был ваҡытта кешенең репродуктив сәләмәтлеге аҡһаған була, енси күҙәнәктәрҙең ҡеүәте күпкә кәмей. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, айырыуса ҡатын-ҡыҙҙарҙың репродуктив йәше бик ҡыҫҡа. Гүзәл заттарҙың енси күҙәнәктәренең ҡартая башлауы 27 йәштә үк беленә башлай, ә инде 35 йәштән һуң инде был процесс күпкә тиҙәйә. Шулай уҡ экологиябыҙҙың насарайыуы, туҡланыу сифатының түбән булыуы, аҙ хәрәкәт итеүебеҙ, стрестар, яман ғәҙәттәр, тәртипһеҙ енси бәйләнештәр – былар барыһы ла эҙемтәһеҙ ҡалмай һәм түлһеҙлектең артыуына килтергән сәбәптәр булып торалар.
-Әлфиә Тләш ҡыҙы, элегерәк ғаилә парының бәпес алып ҡайтыу буйынса проблемалары булһа, тәү сиратта түлһеҙлек мөһөрө гүзәл затҡа ғына баҫылған һәм табиптар буйлап та күберәк ҡатын-ҡыҙҙар ғына йөрөгән...
-Эйе, ысынлап та, элек бындай күренеш булған. Әле иһә ир-егеттәр ҙә был проблеманы етди ҡабул итәләр, табиптарға ҡатындары менән бергә йөрөйҙәр. Статистикаға күҙ һалғанда, элегерәк түлһеҙлек менән осрашыусы ғаилә парҙарының 30 процентында сәбәп ир-егеттәргә бәйле булһа, хәҙер был һан 50 процентҡа етә. Бының сәбәптәренә килгәндә, күп ирҙәрҙең вахта ысулы менән эшләүен билдәләп китмәй булмай. Шулай уҡ хәҙер һәр бала памперс-подгузниктар кейеп үҫә, был шулай уҡ малайҙарҙың енси органдарына ныҡ зыян килтерә, шуға күрә ата-әсәләргә шуны әйтер инем: был, әлбиттә, бик уңайлы, әммә шулай ҙа подгузниктарҙан мөмкин тиклем иртәрәк баш тартырға кәрәк.
-Табип-репродуктолог ҡасан мөрәжәғәт итергә? Ашығырға кәрәкме?
-Әгәр ғаилә пары бер йыл дауамында даими рәүештә, һаҡланмайынса енси тормош алып бара, ә балаға уҙа алмай икән, тимәк репродуктологка мотлаҡ күренергә кәрәк. 35 йәштән үткән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бер йыл көтөп тормаһалар ҙа яҡшы, алты ай уҙа икән – тимәк, табипҡа мөрәжәғәт итергә ваҡыт. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғәҙәттә, ғаилә парҙары балаға уҙа алмағанда туғандары, дуҫтары, таныштары уларҙы, ярай, әлегә ваҡыты етмәгәндер, булыр әле, тип тынысландырырға тырыша. Тик шул рәүешле көтөп, өмөтләнеп, йылдар үтә. Ә репродуктолог өсөн иң ҡәҙерле нимә – ул ваҡыт, сөнки бая әйтеп үтеүемсә, ирҙәрҙең дә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың да енси күҙәнәктәренең ғүмере ҡыҫҡа. Ни тиклем иртәрәк мөрәжәғәт итһәгеҙ – яҡшыраҡ, тиҙерәк проблеманың сәбәпәрен асыҡлап, шансты арттыра алабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ЭКО программаһы ла – тылсымлы таяҡ түгел һәм ул 100 процентлыҡ гарантия бирмәй. 35 йәшкә тиклемге ғаилә парҙарында ыңғай һөҙөмтә 30-35 процент тәшкил итә, 35 йәштән өлкәндәрҙә ул 20 процентҡа төшә, ә инде 40 йәштән һуң ете процент ҡына ғаилә парҙары көткән һөҙөмтәгә ирешә ала. Шуға ла ваҡытты заяға үткәрмәү мөһим. Шулай уҡ бәпес алып ҡайтырға хыялланғанда күптәр төрлө имселәргә, изге урындарға йөрөп, көткәненә ирешергә өмөтләнә. Әлбиттә, уларҙы ла аңлап була, сөнки бындай ваҡытта һәр мөмкинлекте файҙаланып ҡарағы килә. Әммә, тағы бер ҡабатлап әйтәм – көтөп, өмөтләнеп, ваҡытты һуҙғансы, тиҙерәк табиптарға мөрәжәғәт итеүегеҙ һеҙҙе хыялығыҙға тиҙерәк яҡынайтасаҡ.
-ЭКО программаһы ниндәй шарттарҙа уҙа? Уны бушлай яһатырға мөмкинме?
- Эйе, был процедураны бушлай, медицина полисы буйынса үтеү мөмкинлеге бар. Дөрөҫ, уны 9-11 ай дауамында көтөргә кәрәк. Әммә был программаға әҙерлекһеҙ кереп булмай. Шуға күрә сират килеп етеүен көтөү ошо әҙерлек менән үтеп китә. Программа үтеү алдында ҡайһы бер пациенттарға кәүҙә ауырлығын кәметергә, витаминдар запасын тулыландырырға, матдәләр алмашын яҡшыртырға һәм башҡа ауырыуҙарҙы дауаларға кәрәк булыуы мөмкин. ЭКО програмаһы менән ҡыҙыҡһынған парҙарға тәү сиратта ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Республика буйынса комиссия ҡабул ителгән документтар нигеҙендә уны ЭКО программаһын үтергә хоҡуҡлы тип таба. Ошо ваҡыттан алып беҙ программаға әҙерлек эшен башлап ебәрәбеҙ. Ғаиләләрҙең ЭКО программаһын сираттан тыш ҡына, түләүле нигеҙҙә үтеү мөмкинлеге лә бар.
-ЭКО тураһында төрлө фекерҙәр ишетергә тура килә. Мәҫәлән, был ысул менән яралған балалар үҙҙәре киләсәктә түлһеҙлек менән осрашасаҡ, тиҙәр...
-Эйе, ысынлап та, ЭКО-ға ҡағылышлы уйҙырмалар күп. Донъяла ошо ысул менән донъяҡа килгән беренсе бала – Луиза Джой Браун, һәм уға быйыл 47 йәш тулды, ул хәҙер инде ике бала әсәһе. Шулай уҡ пробиркала яралған балаларҙа төрлө генетик сирҙәр булыуы тураһында фекерҙәр ҙә дөрөҫлөккә тап килмәй. Киреһенсә, бындай балалар физик, эмоциональ һәм интеллектуаль яҡтан сәләмәтерәк тә була әле. Был, моғайын, ата-әсәләрҙең был процедура алдынан бәпес алып ҡайтыуға ныҡлап әҙерләнеүенә, планлаштырыуына бәйлелер. Бынан тыш, заманса медицина технологиялары эмбрионға генетик тест эшләп, уның сәләмәтлек кимәлен тикшерергә, 100-ән артыҡ нәҫелдән күсә торған сирҙәрҙе алдан асыҡларға булышлыҡ итә.
-Әлфиә Тләш ҡыҙы, тағы ниндәй заманса мөмкинлектәр хаҡында һөйләрһегеҙ?
-Түллекте һаҡлау программаһы тураһында әйтеп үткем килә. Бая билдәләп үтеүемсә, бөгөнгө заманда күптәр тәү сиратҡа ныҡлап аяҡтарына баҫыуҙы ҡуялар һәм ғаилә ҡороуҙы кисектереп торалар. Шуға бәпес алып ҡайтыуҙы һуңыраҡ ваҡытҡа планлаштырғандар ошо программа менән файҙалана ала. Был программа енси күҙәнәктәрҙе консервациялауҙы күҙ уңында тота. Әйтеп үтеүемсә, ваҡыт уҙған һайын енси күҙәнәктәрҙең сифаты аҙая, ә был иһә балаға уҙыу мөмкинлеген дә кәметә, уҙған хәлдә лә,баланың сәләмәтлегендә сағылыш табыуы мөмкин. Шуға күрә, 40 йәштән уҙған пациенттарымдың, их, был программа тураһында алданыраҡ белмәгәнбеҙ, тиҙәр. Шуға күрә һуңғы ваҡыта был программа, был шәп мөмкинлек тураһында күп һөйләйбеҙ һәм мәғлүмәт таратабыҙ. Бер нисә балаһы булған, әммә бер нисә йылдан тағы бер бәпес алып ҡайтырға уйлаған ғаилә парҙары ла ҡуллана был мөмкинлек менән.
-Әлфиә Тләш ҡыҙы, йөкмәткеле һәм ихлас әңгәмә өсөн рөхмәт!
Фото: шәхси архивтан.