Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
11 Февраль , 11:00

‎Һарымһаҡ һәм... һөт

Уларҙың икеһен бергә ҡушһаң, бик көслө дарыу килеп сыға

‎Һарымһаҡ һәм... һөт
‎Һарымһаҡ һәм... һөт

Бының өсөн нимәләр көрәк буласаҡ:

‎һыу – 250 мл; ‎

һарымһаҡ – 10 тырнаҡ (таҙартылған һәм ваҡ итеп туралған); ‎

һөт – 500 мл; ‎

шәкәр ҡомо – 2-3 балғалаҡ.

 

‎ ‎Әҙерләү тәртибе:

‎Кәстрүлгә һөттө һәм һыуҙы һалығыҙ, шунан таҙартылған һарымһаҡ тырнаҡтарын ҡушығыҙ һәм йылытырға ҡуйығыҙ. ‎Болғатып тороғоҙ ‎һәм ҡайнатып сығарығыҙ. Кәстрүлдәге шыйыҡлыҡ яртылаш ҡалғансы ҡайнатығыҙ. Хәҙер ‎инде һөҙәргә һәм шәкәр ҡомо ҡушарға ҡала. Һарымһаҡлы һөттө ҡайнар килеш эсегеҙ. ‎Был эсемлек йөрәк-ҡан ауырыуҙарынан һаҡлай, артритты дауалай, йоҡоһоҙлоҡтан ярҙам итә, шулай уҡ оҙайлы йүтәлдән ҡотолорға булышлыҡ итә.

‎Сәләмәт булығыҙ!

Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас