Был кәңәште файҙаланғандар эс ҡатыуҙың нимә икәнен онотоп, артыҡ ауырлыҡтан да ҡотолор. Бер ай эсендә тән ауырлығын 2,5 килограмға тиклем кәметергә мөмкин (бигерәк тә эсте уратып алған эске майҙарҙың кәмеүенә килтерә).
Был рецепт буйынса иртәнге ашты кис үк әҙерләп ҡуябыҙ. Бының өсөн беҙгә: биш-ете бөртөк кипкән ҡара емеш, ике ҡалаҡ геркулес, бер стакан кефир, бер ҡалаҡ етен майы, бер балғалаҡ какао порошогы кәрәк буласаҡ.
Ҡара емеште 10-15 минутҡа ҡайнар һыуға һалып торабыҙ. Какао, етен майын һәм геркулесты айырым һауытта бергә ҡушып бутайбыҙ. Шунда уҡ кефирҙы ҡушабыҙ. Хәҙер ебегән ҡара емеште алып, ваҡлап турап, бөтә ингредиенттарҙы бергә бутап, төнгөлөккә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Иртәнгә туҡлыҡлы һәм файҙалы ризыҡ әҙер.
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!