

Әнейем Фәтихә иҫкә төштө, урыны йәннәт түрҙәрендә булһын. Ул эшләй белгән эштең мин яртыһын да белмәйем.
Элек ауылда кендек инәйҙәре бар ине. Әнейем үҙебеҙҙең ауылдағы күп кенә балаларға кендек инәйе булыуын һөйләй торғайны. Элек ауырлы ҡатындар көнө килеп еткәнсе эшләгән, хатта баҫыуҙарҙа бәпәйләгәндәр. Ауылдарҙа фельдшерҙар булмаған. Бына шул ваҡыт кендек инәйҙәре ярҙам иткән.
Әнейем бәбәй тапҡан ҡатындарҙың эсен дә һылай ине. Уны мин үҙ күҙҙәрем менән күргәнем булды. Ни өсөн бәпәй тапҡас эсте һыларға кәрәк? Сөнки күп кенә ҡатындарҙың эсе аҫҡа төшә, ул үҙенең артынан ҡалған ағзаларҙы тарта. Эсәктәр бер-береһенә яҡын килә, йәбешә тип һөйләй ине әнейем.
Икенсегә ауырға ҡалғас, бигерәк тә эсе төшкән ҡатындарға ауыр була. Хатта бүтән бала табыу ҙа шик аҫтына ҡуйыла, ти ине. Шуға бала табып бер-ике аҙна үткәс, йә мунсала, йә өйҙә эсте урынына ултыртыу өсөн һылай ине.
Бер еңгәйҙең эсен һылағанда мин дә эйәреп барҙым. Бала саҡтан ныҡ күҙәтеүсән һәм иғтибарлы булғанға, иҫтә ҡалған. Еңгәйҙең бил аҫтына бик бейек булмаған яҫтыҡ һалып күтәртеп, шунан аяҡ аҫтарына һалып, аяҡтарын тағын да нығыраҡ күтәртеп ятҡырҙы. Йылы һары май менән эсен аҫтан өҫкә табан һыланы. Шунан эстең аҫҡы яғына сепрәк ҡуйып, яулыҡ менән бәйләне. Икеме-өсмө сәғәт ятып торорға ҡушты. Бер нисә көн ауыр күтәрмәҫкә, яулыҡты бәйләп йөрөргә ҡушты. Тағы бер нисә көндән барып һыланы, эсте урынына ултыртыу шулай үтте. Ауылда бала тапҡандан һуң эсте урынына ултыртыу бик мөһим булғандыр. Әнейемдең бер нисә ҡатынға барғаны хәтерҙә.
Ә хәҙер бала тапҡандан һуң эсем урынындамы-юҡмы икән тип уйланабыҙмы һәм ултыртыусы бармы икән? Мин үҙем бер нисә йәш ҡатындан “Миңә балаятҡың төшкән тип әйттеләр” тип ишеттем. “Ә ул һуңынан ниндәй проблемаларға алып барып еткерә, беләһеңме?” тигән һорауға яуап белмәйҙәр. Эстең аҫты ауыртыу, киста, эсәктәр йәбешеүе, миома, эндометриоз, аналыҡ яман шеше, түлһеҙлек, бөйөрҙәрҙең түбәнәйеүе, аналыҡтың түбәнәйеүе, бәүел тотмау, тура эсәктәге ҡатыу, геморрой...
Эс төшкән икән, тимәк, үҙ артынан бөйөрҙө тарта, эсәктәр ҡыҫыла, йомортҡалыҡтарҙы ҡыҫа, енси ағзалар аҫҡа төшә, тимәк, тыштағы инфекциялар яҡыная, аҫтағы тамырҙар ҡыҫыла. Ҡан һәйбәтләп йөрөмәй, кислород, туҡланыу тейешенсә бармай. Тимәк, ҡан йөрөшө туҡтай, тромбтар барлыҡҡа килә, аяҡтарҙа ҡан тамырҙары күгәреп күренә башлай. Етмәһә, эстең аҫтында урынлашҡан лимфа системаһы ҡыҫыла, тимәк, ул системанан сығарыла торған бысраҡ һыу, төрлө ҡалдыҡтар йүнләп сыҡмай, ҡыҫыла, йыйыла. Унда микробтар, бәшмәктәр, паразиттар, инфекциялар үрсей. Улар ҡайҙа тарала? Тирә-яҡта ятҡан ағзаларға. Инфекция уларға ла инә. Төрлө киста, миома, шештәр килеп сыға. Һәм дауаланмаһаң, шулай уҡ яман шешкә лә барып етә.
Хәҙер, әлбиттә, кендек инәйҙәре бик юҡтыр. Тик барыбер бала тапҡан һәм, ғөмүмән, һәр беребеҙҙең быны белергә мөмкинселек бар. Элекке инәйҙәрҙең ҡулын хәҙер УЗИ алмаштырҙы. “Эсең төшкән тип әйттеләр, ярар инде, ҡурҡыныс сир түгел”, - тип битараф йәшәмәүегеҙ һәйбәт булыр.
Мин бер тарих яҙам. ”Апай, миңә 22 йәш. Кейәүгә сыҡтым, әммә балаға уҙа алманым. Аптырағас, тикшереүҙәр үттем, анализдар бирҙем. Эсең һәм аналыҡ ныҡ төшкән, балаға уҙһаң да, уны табыу мөмкин булмаҫ, тормаҫ, тинеләр. Был тирәлә эҙләп ҡараным, эс һылаусы әбейҙәр юҡ. Нисек күтәрергә икән?” - тип һөйләне бер ҡатын-ҡыҙ.
Ятып ҡалғансы атып ҡал! Мин уға әнейемдең нисек эс һылағанын тәфсирләп һөйләнем. Минем янға килергә йыраҡ, килһә лә, мин бит күрҙем генә әнейемдән, ә шөғөлләнгәнем юҡ. Тимәк, мин дә шул дәрәжәлә генә беләм. Был ысул янына “Упражнения Кегеля”, “Асаны йоги при опущение женских органов” кеүек күнегеүҙәр өҫтәнек. Сәләмәт ашау, һыу эсеү режимын индерҙек. Ул үҙенең эсен үҙе һыланы, аналыҡты тотоп торған мускулдарҙы нығытты, ғөмүмән, һәр яҡлап сәләмәтләнеү булды. Хәҙерге көндә ике балаһы бар. Бер ай тирәһе генә элек шылтыратып, хәл белеште. Шулай ниндәйҙер кимәлдә кендек инәһе булдым уйламағанда. Тик рәхмәт миңә түгел, ә зиһенле, белемле, кеше һөйәр әнейҙәргә! Мин бары тик мәғлүмәт тапшырҙым.
Ҡайһы берҙә, бер сарала ҡалмағанда, борондан быуындан-быуынға тапшырылып килгән, халыҡтың зирәк зиһененән, энә күҙенән үткәрелгән кеүек үткәрелеп, тикшерелеп, файҙаһын татылған алымдар ярҙамға килер. Кемгә ҡасан нимә файҙа биререн белмәйбеҙ. Шул ваҡытта, бәлки, беҙҙең ҡаныбыҙға һалынған, күҙәнәктәребеҙгә индерелгән мәғлүмәт оран һалыр...
Зәүхиә Низамиеванан.
Сығанаҡ: https://vk.com/im/convo/166873706?entrypoint=list_all&w=wall314712617_8255