Сәләмәт булайыҡ
14 Апрель , 03:00

"Һыуыҡ тейеп, биле ауыртҡан йә арҡаһы һыҙлағандар өләсәйемә килә ине"

Хан заманындағы дауалау ысулы, хәҙер бер кем дә улай дауаланмай тиеүселәр булыр. Бибисара өләсәйем ауылда ошо ысул менән бик күптәрҙе дауалағаны булды, уның файҙаһын бик күптәр күрҙе...

"Һыуыҡ тейеп, биле ауыртҡан йә арҡаһы һыҙлағандар өләсәйемә килә ине""Һыуыҡ тейеп, биле ауыртҡан йә арҡаһы һыҙлағандар өләсәйемә килә ине"
"Һыуыҡ тейеп, биле ауыртҡан йә арҡаһы һыҙлағандар өләсәйемә килә ине"

Бер яҙмамда Ейәнсура районының Юлдаш ауылында йәшәүсе Миңниса Ишеғолова тураһында яҙҙым. Ул беҙгә ихлас күңелдән быуындан-быуынға тапшырылып килә торған дауалау ысулдарының серҙәре менән бүлеште.

Был яҙмала беҙ уның өләсәһе Бибисара инәй Мәзитова күрһәтеп һәм ейәнсәренә өйрәтеп ҡалдырған дауалау ысулы тураһында белербеҙ. Өләсәһе тураһында үҙенең иҫендә ҡалған хәтирәләр менән бүлеште Миңниса.

- Минем өләсәм 1919 йылғы. Бөтөн ябай халыҡ үткән аслыҡ, һуғыш йылдарын, һуғыштан һуң илде аяҡҡа баҫтырыу ауырлыҡтарын үткән. Ул бар ҡатын-ҡыҙ эштәрен башҡарыу менән бер рәттән тракторсы ла булып эшләгән.

Өләсәйем яҡты йөҙлө, бик асыҡ, ғәжәйеп йомарт ине. Ул шулай уҡ үләндәр менән дауалау серҙәрен яҡшы белде. Мәктәптә уҡыу эләкмәһә лә, тирә-яҡ тәбиғәтте һәм ундағы үләндәрҙең дауалау көстәрен яҡшы белде. Уның бер дауалау ысулы тураһында  һөйләгем килә. 

Хан заманындағы дауалау ысулы, хәҙер бер кем дә улай дауаланмай тиеүселәр булыр. Әммә ләкин был тарих. Һәм ул халҡыбыҙ тормошона бәйле, уның аҡылын, һәләтен, зиһенен күрһәтә. Больница  юҡ, ауырып ятырға ла яҡты донъяларҙан китергә генә ҡала тимәгәндәр. Ә яйын, сараһын эҙләгәндәр. Баштарын эшләткәндәр.

Күп кенә элекке алымдар әле лә ҡулланыла тип әйтә алабыҙ. Был онотолоп бара торған ысул тип яҙыу бик дөрөҫ тә булмаҫ. Хәҙер төрлө СПА-салондар, термо-үҙәктәр һәм башҡа модалы һүҙҙәр менән аталған ял итеү урындарында “Чаны с травами”, “Кедровые бочки”, аҫтында усаҡ яғып, һыу йылытып, үләндәр һалынған чаннарда ванна ҡабул итеү бар. Тик, унда миңә  был ванна яраймы-юҡмы тип уйлап тормайҙар, инәләр ҙә яталар. Ә элеккеләр рәтен белеп, кешенең тәненән сирен ҡыуалау һәм кемгә нимә кәрәклектән сығып эшләгәндәр.

Өләсәм Бибисаранан мин күреп ҡалған дауалау ысулы  “Ер парына һалыу” тип атала. Уны нисек итеп үткәрә ине өләсәм?

Ныҡ һыуыҡ тейеп, биле ауыртып, аяҡтары, арҡаһы һыҙлап дауа таба алмағандар килһәләр, башта ҡарай һәм шунан хәл итә. Бар кешене лә ер парына һалмай ине. Ер пары тип аталһа ла, бында үләндәр төп роль уйнай. Беҙҙең ауылдың тирә-яғын урман-яландар уратып алған. Был процедураны ныҡ йылы көндө урман ситендәге яланда үткәргәне хәтерҙә.

Иң беренсе кеше инеп ятырлыҡтан күпкә оҙонораҡ итеп, баш аҫтына бейегерәк итеп ҡалдырып, тәрән булмаған соҡор ҡаҙып әҙерләй. Шунан шул соҡорға утын һалып күмер төшкәнсе яндыра. Күмер төшкәс, уларҙы тәртешкә менән аяҡ осона тартып сығара. Ер ҡәҙимге генә ҡыҙып йылынған була, хатта ҡыҙған тип әйтергә мөмкин. Шунан эҫе көлө ҡалған ергә үләндәр һала. Төрлө кешегә төрлөсә - кешенең сиренә ҡарап, үләндәрҙе һайлай ине. Һиңә был үлән кәрәк, ә һиңә - бына былары, тип айыра ине. Уның мәтрүшкә, ромашка, клевер, һары мәтрүшкә, кесерткән  һәм башҡа күп төрлө үләндәр йыйып һалғаны хәтерҙә.

Үләнде эҫе көл өҫтөнә йәйеп һалғас, өҫтөнә һыу һибә. Пар күтәрелеп китә, ул тиҙ генә үләндәрҙе һәм соҡор ҡырыйын ҡапларлыҡ итеп кейеҙ яба. Үлән аҫтан пар бәреп, өҫтән ҡапланып тороп, быға йәки бешә.

Өләсәм ҡырыйҙан ғына ҡулын тығып, уның кәрәкле температураға еткәнен тикшереп тора һәм әҙер булғас, сирләп килгән кешене шул пар өҫтөнә эске кейемдән ятҡыра. Һәр кемдең  ятыу ваҡыты төрлө. Кем 10 минут, кем 15 минут йәки артығыраҡ ята. Кемдер бөтә кәүҙәһе, кем аяҡтары менән генә инеп ята.

Бибисара өләсәм алдан уҡ соҡорҙан йыраҡ түгел урында усаҡ яғып, сәйнүктә сәй ҡайнатып, ҡаҙанда ит бешереп, һурпа әҙерләп ҡуйыр ине. Усаҡта алюминий сәйнүктә төрлө үләндәр һалынған сәй ҡайнай, котелокта ит бешә.

Беҙгә бала-сағаға бер байрам һымаҡ ине. Ауыл ҡатындары эйәреп сығалар, һөйләшеп ултыралар. Соҡорҙан сыҡҡан кешене өләсәм тиҙ генә ҡоротоп һөртөп, һәйбәтләп одеялға, йылы кейемдәр менән төрөп ултыртып, ҡайнар сәй, һурпа ашата. Беҙ ҙә бергә ултырып ашайбыҙ.

Бер кеше ятҡан соҡорға бүтәндәрҙе ятҡырмай өләсәйем, кәрәк булһа яңынан әҙерләй. Ҡайһы берәүҙәрҙе бер нисә көн рәттән һала ине. Сиренең ауырлығына ҡарап.

Өләсәм Бибисара ауылда ошо ысул менән бик күптәрҙе дауалағаны булды, уның файҙаһын бик күптәр күрҙе. Әлбиттә, цивилизация әле килеп етмәгән ваҡытта был дауалау бик кәрәк булғанына шик юҡ. Күп кенә шифаханаларҙа ҡулланыла торған дауалау көсө булған батҡаҡҡа күмелеп ятыу ҙа ошоға оҡшаш. Мәҫәлән, Тоҙло Илектә тоҙло һыуға инеп ятыу йәки батҡағын һөртөп, төрөнөп ултырыуҙар бар. Мин күргән – белгәндәремде Һөйләнем. Был дауалау ысулын “Ер быуында дауалау” тип атайҙар ине, - тип һөйләне Миңниса.

Зәүхиә Низамиеванан: https://vk.com/im/convo/166873706?entrypoint=list_all&w=wall314712617_8255

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас