Сәләмәт булайыҡ
14 Апреля , 19:40

Алтмышты уҙғас, күҙлекте систем

Миңә әле 76 йәш. Күп йылдар инде күҙлек кеймәйем. Үҙемдең тәжрибәм менән уртаҡлашам.

Алтмышты уҙғас, күҙлекте системАлтмышты уҙғас, күҙлекте систем
Алтмышты уҙғас, күҙлекте систем
 

Мин нисек итеп күҙлек кейеүҙе ташлағанымды яҙмаҡсымын. Миңә ул саҡта 60 йәш тулғайны инде. 

Сентябрь айы аҙағында ылыҫ йыйҙым да ҡыш буйы уны ҡайнатып эсеп сыҡтым. Биш аш ҡалағы ылыҫ онтағына 500 миллилитр ҡайнар һыу ҡоям һәм 20-30 минут ҡайнап торған һыулы һауытҡа ултыртып тотам. Унан төнгөлөккә шул плитәлә ҡалдырам. Иртән һөҙәм дә ашағандан һуң 3-4 аш ҡалағы эсәм. 

Шулай ике ҡыш эстем. Элек +3,5 диоптриялы күҙлек кейә инем. Хәҙер инде күп йылдар күҙлекһеҙ уҡыйым.

Миңә әле 76 йәш. Ылыҫты ҡайнатып эсеүемде дауам итәм.

 

ИҒТИБАР! Был мәғлүмәтте таныштырыу маҡсатында бирҙек. Медицина күрһәтмәләре бар. Рецепты ҡулланыр алдынан дауалаусы табип менән кәңәшләшегеҙ.

Фото: яһалма интеллект ярҙамында эшләнде.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-110099806_48194

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас