

Чага – ҡайын бәшмәге. Ғүмере буйына ул туҡлыҡлы матдәләрҙе, ағас һутын, шулай уҡ паразиттарҙан һаҡланыу өсөн ҡайын етештергән антиматдәләрҙе үҙ эсенә йыя.
Чага составы йәһәтенән бик үҙенсәлекле, әммә хәүефһеҙ, йәғни көн һайын сәй кеүек эсергә мөмкин. Ул онкологияны дауалауҙа һәм иҫкәртеүҙә файҙаланыла.
Ҡайын ороһон ағасҡа зыян килтермәй генә алғас, ваҡлап, киптерәбеҙ. Тәмен төрләндереү өсөн мәтрүшкә, гөлйемеш һәм башҡа үләндәр ҡушып та эсергә мөмкин.
Төнәтмә (сәй) әҙерләү ысулы икәү. Тәүгеһе дөйөм иммунитетты нығытыу, организмды таҙартыу, аш эшкәртеүҙе яйға һалыу өсөн: сәйнүккә бер-ике балғалаҡ онталған чага һалығыҙ. Өҫтөнә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 5-10 минутҡа ҡалдырығыҙ. Иртәнсәк һәм кискеһен сәй урынына эсергә мөмкин.
Икенсе ысул – хроник һәм етди сирҙәрҙән дауаланырға теләүселәр өсөн. Бер литрлыҡ термосҡа өс-биш сәй ҡалағы чага һалырға. Эҫе һыу ҡойоп, 6-10 сәғәт төнәтегеҙ. Файҙаһынан башҡа зыяны юҡ, әммә сама белеп эсегеҙ.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!