Табипҡа ваҡытында күренергә кәрәк

13 – 19 июлдә илдә Енси юлдар менән күсеүсе инфекцияларҙы иҫкәртеү аҙналығы үткәрелә. Был хаҡта Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итте.

Табипҡа ваҡытында күренергә кәрәкТабипҡа ваҡытында күренергә кәрәк
Табипҡа ваҡытында күренергә кәрәк

Аногениталь (венерик) һөйәлдәр кеше папилломаһы вирусын йоҡтороуҙың клиник сағылышы булып тора, уның барлыҡҡа килеүен балаятҡы муйынтығы яман шеше үҫеше менән бәйләйҙәр. Һуңғы 20 йылда балаятҡы муйынтығы яман шеше менән йәш ҡатындар күпләп сирләй. Был репродуктив ҡеүәткә кире йоғонто яһай. Үҫмер ваҡытта кеше папилломаһы вирустарының онкоген штамдарына ҡаршы вакцина яһатыу балаятҡы муйынтығы яман шеше үҫешен кәметә.

Республика тире-венерология диспансерының баш табибы Эдуард Камалов белдереүенсә, күп кенә енси юлдар менән күсеүсе инфекциялар һиҙелмәй, билдәләре күренмәй. Шуға күрә медицина тикшереүен даими үтергә кәрәк. Диагноздың ваҡытында ҡуйылыуы сирҙәрҙең аҙып китеүенә юл ҡуймаясаҡ. Бер ниндәй билдәһеҙ, һиҙҙермәй үтеүсе сирҙәрҙе асыҡлау өсөн даими рәүештә скринингтар һәм иҫкәртеү тикшереүҙәре ойоштороу, сәләмәт тормошто пропагандалау, сәләмәтлегеңә яуаплы мөнәсәбәт тәрбиәләү кәрәк, тип иҫкәртә табиптар.

Презерватив – енси юл менән таралыусы инфекцияларҙы иҫкәртеүҙең берҙән-бер юлы. Был Рәсәйҙә ВИЧ-тың ярайһы күп таралған осрағында айрыуса мөһим. Енси юл менән таралыусы инфекцияларҙан дауаланғандан һуң мотлаҡ контроль тикшерелергә кәрәк. Дауаланған ваҡытта енси бәйләнешкә инергә ярамай.

 

Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас