

Баш мейеһенең функциональ әүҙемлеген һәм уның когнитив ҡеүәтен һаҡлау – әүҙем оҙон ғүмерле булыу серҙәренең береһе. Ҡан тамырҙары хәүефен – гипертония, гипергликемия, дислипидемияны контролдә тотоу – баш өйәнәге (инсульт) һәм хәтергә зыян килеү (деменция) ихтималлығын кәметә.
Ҡан баҫымын даими үлсәү мөһим, сөнки гипертония йыш ҡына билдәләрһеҙ үтә. Тағы ҡан тамырҙарының “һығылмалылығын” тәьмин итеп, сәләмәт тормош алып барырға кәрәк. Был саралар – мейе һаулығын, фекерләү асыҡлығын, когнитив әүҙемлекте һаҡлау сығанағы.
Тоҙҙо артыҡ ашау ҙа, гипертонияны һәм ҡан тамырҙары тайпылыштарын арттырып, хәлде ҡатмарлаштыра. Рационда уны 5 грамға тиклем кәметеү һәм ҡан баҫымын контролдә тотоу (терегөмөш бағанаһының 130,80 миллиметрынан кәмерәк) мейене һаҡларға, әүҙем оҙон ғүмерлелекте оҙайтырға һәм нейродегенерация хәүефен кәметергә булышлыҡ итә.
Сәләмәт йоҡо, психологик йәһәттән тотороҡлолоҡ, ижад мейе һаулығына ыңғай йоғонто яһай. Даими аҡыл һәм социаль әүҙемлек тә өлкән йәштәгеләрҙең мейе сәләмәтлеге өсөн файҙалы. Мейе сирҙәрен комплекслы иҫкәртеү һаулыҡ һаҡлау дөйөм мәҙәниәтенең бер өлөшөнә әйләнергә тейеш.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Баш штаттан тыш белгесе – невролог Мансур Ҡотлобаев деменцияның мәкерле билдәләре тураһында һөйләне. Ул, хәтер насарайыуынан тыш, яҡшы белгән урындарҙа юғалып ҡалыу, электән таныш кешеләрҙең йөҙөн хәтерләмәү, ябай ғына фекерҙе лә әйтә белмәү, психикалағы үҙгәрештәрҙең иғтибарҙы йәлеп итергә тейеш икәнлеге тураһында әйтте. Әгәр ошондай билдәләр бар икән, белгестәргә күренергә кәрәк.
Сығанаҡ, фотолар: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!