22 августа илебеҙ Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнөн билдәләне. Триколор гимн һәм герб менән бер тиң, илебеҙҙең төп символдарының береһе булып тора. Был байрам Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә йәшәгәндәр, йәмәғәтселәр һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәләренең әүҙемселәре, район хакимиәте булышлығында ойошторолдо.
Автоһәүәҫкәрҙәр колоннаһы “Магнит” гипермаркеты алдындағы майҙандан старт алды. Шулай итеп, Дим шоссеһы – “Өфө-аэропорт” – М5 трассаһы – Үҙәк урамы – Таллин урамы маршруты буйынса 40 автомобиль юлға сыҡты. Автоколоннаның һуңғы нөктәһе “Орион” скверы булды.
Артабан сараны райондың ижади коллективтары ҡатнашлығында байрам концерты дауам итте. Шулай уҡ “Рәсәй таҫмаһы” акцияһы сиктәрендә триколор таҫмалар таратылды.
Фото: рәсми сығанаҡтарҙар.