Кисә Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы 11 сентябрҙә уҙасаҡ Берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлек буйынса онлайн-кәңәшмә үткәрҙе.
Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко һайлауға әҙерлектең һуңғы этабында һайлау комиссиялары эшенең төп йүнәлештәре, алдан тауыш биреү көндәрендә һәм 11 сентябрҙә – Берҙәм тауыш биреү көнөндә комиссия эшмәкәрлегенә ҡағылышлы талаптар тураһында һөйләне.
Кәңәшмәлә Ишембай, Благовар, Салауат, Мәләүез, Күгәрсен муниципаль райондарының һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының территориаль һайлау комиссиялары рәйестәре һайлауға әҙерлек буйынса сығыш яһаны. Улар тауыш биреүҙе ойоштороу һәм үткәреүгә ҡағылышлы участка һайлау комиссияһы ағзаларын уҡытыу, комиссияның урындағы үҙидара орагандары менән хеҙмәттәшлеге, һайлаусыларға мәғлүмәт таратыуҙы ойоштороу, участка һайлау комиссияһы бинаһының торошо, алдан ташыу биреүҙе үткәреү кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе лә күтәрҙе.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/clubbashkortostanizbirkom.