Башҡортостан Республикаһының Һайлауҙар тураһындағы кодексында урындағы үҙидара вәкәләтле органдарына һайлауҙа алдан тауыш биреү ҡаралған. Быйыл был мөмкинлек менән 31 августан уҡ файҙалана башларға мөмкин.
Һайлау көнөндә төрлө сәбәптәр (ял, командировка, эш һәм уҡыу көнө, дәүләт һәм йәмәғәт бурыстарын үтәү, сәләмәтлеккә бәйле һәм башҡалар) арҡаһында йәшәгән урынында үҙе исемлеккә индерелгән һайлау участкаһына килә алмаһа, алдан һайлау хоҡуғына эйә.
Һайлаусылар алдан тауыш биреү өсөн участка һайлау комиссияһына эш көндәрендә – 16.00 – 20.00 сәғәттә, ял көндәрендә 10.00 – 14.00 сәғәттә килеп, үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәй ала.
Тулы мәғлүмәт менән ошонда танышығыҙ: https://www.cikrb.ru/index.php?ELEMENT_ID=4896
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 11 сентябрь - Берҙәм тауыш биреү көнө.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/clubbashkortostanizbirkom.