30 август кисен СССР-ҙың тәүге Президенты Михаил Горбачев арабыҙҙан китте. Уға 91 йәш булған. Сәйәсмән оҙаҡ сирләгәндән һуң Үҙәк клиник дауаханала үлгән. Михаил Горбачевты Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ҡатыны эргәһендә ерләйәсәктәр.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Михаил Горбачевтың үлеүенә бәйле ҡайғы уртаҡлаша, тип хәбәр итә Кремлдең рәсми вәкиле Дмитрий Песков.
Белеүебеҙсә, Михаил Горбачевты 1985 йылда КПСС-тың Үҙәк Комитеты пленумында генераль секретарь итеп һайлайҙар. Ошо уҡ йылдың 1 октябренән СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Рәйесе вазифаһын биләй. 1990 йылда СССР-ҙың Халыҡ депутаттарының өсөнсө съезында уны СССР-ҙың беренсе Президенты итеп һайлайҙар, шулай уҡ ул СССР-ҙың һуңғы Президенты ла була. Ул идара иткән осорҙа илдә үҙгәртеп ҡороу сәйәсәтен башлана, шул иҫәптән илебеҙҙең тарҡалыуы ла.
Фото: ok.ru.