Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
22 Сентябрь 2022, 16:30

Ҡәбәхәт 30 кешене үлтергән...

Был енәйәттәр оҙаҡ йылдар асылмай килгән

Ҡәбәхәт 30 кешене үлтергән...
Ҡәбәхәт 30 кешене үлтергән...

Рәсәй Тәфтиш комитетының Баш тәфтиш идаралығы Ҡазан ҡалаһында йәшәгән Радик Таһировҡа ҡарата енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы. Ул 30 кешене үлтереүҙә, өс кешене үлтерергә йыйыныуҙа, шулай уҡ өлкән ҡатындарға һөжүм итеүгә ҡағылышлы 30 осраҡ буйынса ғәйепләнә.  

Тәфтишселәр асыҡлауынса, енәйәттәр 2011 йылдың мартынан алып, 2012 йылдың октябренә тиклем Ҡазан, Түбәнге Кама, Волжск, Ижау, Түбәнге Новгород, Чебоксар, Өфө, Пермь, Екатеринбург, Һыратау, Иваново, Киров, Һамар, Силәбе һәм Мәскәү ҡалаларында ҡылынған. Радик Таһиров яңғыҙ ҡатындарҙы табып, коммуналь хеҙмәт эшсеһе итеп үҙен күрһәтеп, алдыҡ юл менән уларҙың фатирҙарына ингән. Һуңынан ҡорбандарын туҡмап, быуып үлтергән, аҙаҡ иһә фатирҙа булған аҡсаларҙы урлаған.

Был енәйәттәр оҙаҡ йылдар асылмай килгән. Тәфтишселәрҙә уның генотибы тураһында мәғлүмәттәр була һәм төрлө фараздар ҡарала. 2020 йылда енәйәтсенең эҙенә төшөп, ҡулға алалар.

Енәйәт эше раҫлауға ебәрелгән, һуңынан судҡа тапшырыласаҡ.  

Фото: скриншот.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: