Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
28 Сентябрь 2022, 13:00

Референдумдың тәүге һөҙөмтәләре билдәле

Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларының, Херсон һәм Запорожье өлкәләренең Рәсәй составына ҡушылыуы буйынса рефендум 23 – 27 сентябрҙә үтте

Референдумдың тәүге һөҙөмтәләре билдәле
Референдумдың тәүге һөҙөмтәләре билдәле

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы Рәйесе Вячеслав Володин ТГ-каналында Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларының, Херсон һәм Запорожье өлкәләренең Рәсәй составына ҡушылыуы айҡанлы уҙғарылған референдумдың яҡынса һөҙөмтәләрен хәбәр итте.

Луганск Халыҡ Республикаһы – 98,42, Донецк Халыҡ Республикаһы – 99,23, Херсон өлкәһе – 87,05, Запорожье өлкәһе халҡының 93,11 проценты Рәсәйгә ҡушылырға теләк белдергән.

– Ҡабул ителгән ҡарар миллионлаған кешеләрҙе геноцидтан ҡотҡара. Беҙгә бергә киләсәккә пландар төҙөү мөмкинлеген бирә, – тип яҙа Вячеслав Володин.   

Белеүебеҙсә, Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларының, Херсон һәм Запорожье өлкәләренең Рәсәй составына ҡушылыуы буйынса рефендум 23 – 27 сентябрҙә үтте.

Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы сайтынан алынды.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: