Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
1 Ноябрь 2022, 12:47

Тәртип, именлек һағында торалар

Халыҡ мәнфәғәтен яҡлаған ҡанундар күп, файҙалана белергә кәрәк.

Рәсәй Президенты Указына ярашлы, 1 ноябрҙә суд прис­тавтары һөнәри байрамын билдәләй. Ошо айҡанлы Башҡортостан буйынса Суд приставтары идаралығы начальнигы, эске хеҙмәт полковнигы Илнур МӘХМҮТОВ менән осраштыҡ. Әңгәмә барышында суд приставтарының эшмәкәрлеге, шулай уҡ мобилизацияланған граждандарҙың бурысына ҡарата ниндәй саралар күрелеүе тураһындағы һорауҙарға ла яуап алдыҡ.

 

– Илнур Әнүәр улы, бөгөн республика суд приставтары һөнәри байрамын ниндәй күрһәткестәр менән ҡаршылай?

– Пристав – суд эшмәкәрлегендә ҡуйылған тәртипте тәьмин итеү, шулай уҡ суд акттарын һәм башҡа органдарҙың акттарын башҡарыу буйынса яуаплы дәүләт белгесе. Беҙҙең алда торған бурыс еңелдән түгел, әммә хеҙмәт­тәш­тә­рем иңдәренә алған йөкләмәне намыҫлы үтәй.

Башҡарыу эштәре йылдан-йыл арта бара – былтырғы менән сағыштырғанда быйыл улар 400 меңгә күберәк килде. Мәҫәлән, йыл башынан 1 500 000 яңы башҡарыу эше асылды. Шул уҡ ваҡытта 1 400 000 башҡарыу эшен ябыуға өлгәштек, уның 1 миллионға яҡынының бурыстары тулыһынса ҡапланды.

“Бурысыңды түлә лә тыныс йоҡла”, тиҙәр бит, әммә йәмғиәтебеҙҙә ошо яуаплылыҡтан ҡасырға теләгәндәр ҙә бар. Ундайҙар беҙҙең хеҙмәткәрҙәрҙең эшенә ҡарата ялыуҙар яҙып маташа, әммә был осраҡта суд приставтарының ғәйебе юҡ – улар үҙ иңенә алған бурысты даими үтәй.

Бурыслы булыу кешенең тормошонда ҙур уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Был хәлгә ҡалмаҫ өсөн ҡанунды үтәргә кәрәк. Мәҫәлән, кредит алыр алдынан уны нисек ҡайтарыу тураһында ла уйларға кәрәк.

 

– Граждандарға аҙашының бурысы яңылыш килгән осраҡтар ҙа бар. Бындай хәлдәрҙә нимә эшләргә?

– Бурыслыларҙың аҙашы, үҙенә тәғәйен булмаған түләүҙәр килгән осраҡта, Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталындағы яңы хеҙмәт ярҙамында был мәсьәләне тиҙ арала хәл итә ала. Бының өсөн “Федераль суд прис­тавтары хеҙмәтенә ғариза һәм юллама биреү” хеҙмәтенән файҙаланырға һәм “Башҡарыу эшендә кем булаһығыҙ?” тигән пунктында “Миндә сит бурыс тора. Уға ҡарата дәғүә белдерәм” вариантын һайларға кәрәк.

Ғаризала башҡарыу эшенең һанын, буры­сы­ғыҙҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте күрһәтергә кәрәк. Раҫлау өсөн гражданды та­нытҡан документтың күсермәһе лә (скан) инде­релергә тейеш. Автомат рәүешендә төҙөлгән ға­риза Федераль суд приставтары хеҙмәтенә килә.

Хаталы оҡшашлыҡ мәсьәләһен хәл итеүҙең тағы ла бер ысулы бар. 2021 йылдың октябре­нән ведомствоның рәсми сайтында Интернет-ҡабул итеү бүлмәһе сервисында яңы электрон мөрәжәғәт итеү сервисы эшләй. “Мин аҙаш!” те­маһын һайлап, ғариза биреүселәргә шунда уҡ ведомствонан яуап килә. Мөрәжәғәтте ҡарау­ға, гражданды таныуға, хатаны төҙәтеүгә һәм ғариза яҙған кешегә яуап биреүгә ике көн ваҡыт бүленә.

Мәғлүмәттәр раҫланғас, суд приставы-башҡарыусы гражданға һалынған сикләүҙәрҙе ғәмәлдән сығара. Банк иҫәбенән, эш хаҡынан йәки башҡа килем сығанаҡтарынан аҡсаһы тотоп алынған булһа, суд приставы уларҙы кире ҡайтарыу сараһын күрә.

417-се Федераль закон буйынса, 2022 йылдың 21 июненән һәр башҡарыу ҡағыҙында паспорт, ИНН, СНИЛС күрһәтелә, ә быға тиклем уларҙа реквизиттар яҙылмай ине. “Аҙаштар” мәсьәләһенә тарығандар колл-үҙәккә – 8 (347) 272-14-46 телефонына шылтырата ала.

 

– Алимент түләмәгән ата-әсәләргә ҡарата яуаплылыҡ йылдан-йыл көсәйтелә бара. Был саралар һөҙөмтә бирәме?

– Йыл башынан Рәсәй Феде­рацияһының Административ тәртип боҙоуҙар тураһындағы кодексының 5.35-се статьяһына индерелгән төҙәтмәләр һәм Рәсәй Федера­цияһының Енәйәт кодексының 157-се статьяһындағы үҙгәрештәр ғә­мәл­гә инде – ул алимент түләмәй ҡасып йөрөгән граждандарға ҡағыла.

Хәҙер алимент буйынса аҙ ғына бурысы булғандар ҙа яуап­лылыҡҡа тарттырыла. Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексы­ның 157-се статьяһындағы төҙәт­мәләргә ярашлы, баланы йәки эшкә яраҡһыҙ ата-әсәһен ҡарауға аҡсаны ике ай һәм унан да күберәк ваҡыт күсермәгән өсөн яуаплылыҡ ҡарал­ған. Рәсәй Федера­цияһының Енәйәт кодексының 157-се статья­һындағы үҙгәрештәр ҙә ғәмәлгә инде – ул алимент түләмәй ҡасып йөрөгән граждандарға ҡағыла. 2022 йылдың 10 ғинуарынан суд ҡарарында йәки нотариаль килешеүҙә күрһәтелгән күләм тулыһынса түләнмәһә, бурыс­лыға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Бынан тыш, 479-сы федераль законға ярашлы, Енәйәт кодексының 157-се статьяһы ҡушымта менән тулыландырылды. Уға ярашлы, балаларына һәм эшкә яраҡһыҙ ата-әсәләренә бурыстарын тулыһынса түләгән кешеләр енәйәт яуаплылығынан азат ителә. Республикала туғыҙ айҙа ошо ҡанунды үтәгән ете алиментсы енәйәт яуаплылығынан бушатылды, йәғни бөтәһе 2 927 000 һум күләмендәге алимент бурысын япты.

Дөйөм алғанда, быйыл төбәктә алимент түләмәгән 3460 кеше административ яуаплы­лыҡҡа тарттырылды, уларҙың 2826-һы судта ҡаралды. Һөҙөмтәлә 2603 кеше 150 сәғәткә тиклем мәжбүри эшкә йәлеп ителде, тағы ла 202-һе 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алынды, 21 кешегә штраф һалынды.

Административ яуаплылыҡҡа тартты­рылғандан һуң да алиментты түләүҙән ҡасып ҡалырға тырышҡан 1464 кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды, уларҙың 636-һы хөкөм ителде һәм законға ярашлы язаһын алды.

Беҙ был эшмәкәрлек менән генә сиклән­мәйбеҙ – Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү нигеҙендә бурыслы алиментсыларҙы эшкә урынлаштырыу, яңы һөнәргә уҡытыу сараһын да күрәбеҙ. Ошондай тәрбиәүи сараларҙан һуң ҡайтанан дуҫлашып, матур итеп йәшәп киткән парҙар ҙа бар. Әле 100-ҙән ашыу ошондай осраҡ булды.

Быйыл туғыҙ айҙа суд приставы хеҙмәт­кәрҙәре 620 миллион һумдан ашыу алиментты түләттереүгә өлгәште. Был иһә былтырғыға ҡарағанда 100 миллион һумға күберәк.

 

– Әлеге ваҡытта күп кенә ир-егеттәр өлөшләтә мобилизацияланды. Уларҙың һәм ғаиләһенең бурыстарын кем түләргә тейеш?

 – Әгәр бурыслы кеше, федераль ҡануниәткә ярашлы, Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә, башҡа ғәскәрҙәрҙә, хәрби берләшмәләрҙә һәм орган­дарҙа саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәттә булһа, “Башҡарыу эше тураһында”ғы федераль за­кондың 2-се өлөшөндәге 40-сы статьяға ярашлы, суд приставы хеҙмәткәре башҡарыу эшен тулыһынса йәки өлөшләтә туҡтатыуы ихтимал.

Был категорияға ҡараған граждандар хәрби комиссариаттағы саҡырыу пункттарында башҡарыу эшен туҡтатыу тураһында ғариза яҙа. Ошо маҡсатта илебеҙҙең барлыҡ хәрби комиссариаттарында мәжбүри башҡарыу органдары хеҙмәткәрҙәре эшләйәсәк. Федераль суд приставтары хеҙмәте менән Рәсәй Оборона министрлығы араһында үҙ-ара ошондай эшмәкәрлек яйға һалынған. 

Шулай уҡ 7 октябрҙә 377-се Федераль закон ғәмәлгә инде. Уға ярашлы, бурыслы кеше мо­би­лизацияланһа, махсус хәрби операцияла ҡатнашһа, уларға ҡағылышлы барлыҡ башҡа­рыу эштәре лә туҡтатыла – алимент, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр, һалым һәм башҡа бурыстар. Бының өсөн суд приставтары хеҙмәтенә ғариза яҙырға кәрәк. Мобилизация ваҡытында хәрби комиссариатта беҙҙең хеҙмәткәрҙәр эшләй, улар егеттәрҙән ғариза яҙҙыртып алып ҡала. Ә инде бында яҙып өлгөрмәгән булһалар, хәрби әҙерлек үткән урындарҙа командирҙар, документ тултыртып, суд приставтары хеҙмәтенә тапшыра.

Бынан тыш, бындай ғаризаларҙы Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ебәрергә мөмкин. Улай ҙа килеп сыҡмаһа, ғаиләһе суд приставтарына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ уның ғаилә ағзаларының да бурысы туҡтатыла. Был категорияға ҡатыны, бәлиғ булмаған балалары, 18 йәшкә тиклемге инвалид балаһы, көндөҙгө бүлектә белем алған 23 йәшкә тиклемге студент балаһы ҡарай.

Бөгөнгә республикала мобилизация­ланған­дарҙың туҡтатылған башҡарыу эштәре буйынса бурыстарының күләме 30 миллион һумдан ашыу. Бындай ғаризалар әле лә килеүен дауам итә.

 

– 1 февралдән бурыслы граждандар үҙ аҡса­һының бер өлөшөн суд прис­тавтарының банктағы иҫәптән алыуынан яҡлай ала. Был мөмкинлектән файҙаланыр өсөн нимә эшләргә кәрәк?

– Бының өсөн приставҡа ғариза биреү ҙә етә – йәшәү минимумы күләмендәге аҡса, тейелгеһеҙ булараҡ, иҫәптә ҡаласаҡ. Был яңы ҡанун хәҙер, элекке тәртиптән айырмалы, оҙайлы судтар һәм файҙаһыҙ үтенестәрһеҙ эшләй. Ул кредиты, расписка буйынса бирелгән бурысы, коммуналь түләүҙәр буйынса бирәсәге булғандарға ҡағыла.

Эксперттар баһалауынса, был яңылыҡ бурыслының һәм креди­торҙың мәнфәғәттәрен мөмкин тиклем тигеҙләргә булышлыҡ итә. Атап әйткәндә, беренсеһе бер кем дә тартып алырға тейешле булмаған йәки иҫәптән сығара алмаған айырым сумма менән эш итәсәк.

Законға ярашлы, юғарыраҡ кимәл алына. Бөгөн Башҡортостанда эшкә һәләтле кешегә ҡарата йәшәү минимумы 13200 һум тәшкил итә, шуға иҫәп тотабыҙ ҙа инде. Беҙгә 15789 ғариза килде. Уларҙың 14857-һе ҡәнәғәт­ләндерелде.

Бындай хоҡуҡтан файҙаланыу өсөн бурыслыға башҡарыу эшен алып барған суд приставтары бүлегенә ғариза менән мөрәжәғәт итергә, шулай уҡ айлыҡ килеме булыуын раҫлаған документтар һәм уның хаҡында мәғлүмәттәр тапшы­рырға кәрәк. Аҡса хеҙмәттең вазифалы кеше­һенең талаптарын үтәп тотонола: банк йәки башҡа кредит ойошмаһы тейелгеһеҙ суммаға арест һала алмаясаҡ.

Ғаризала кешенең фамилияһы, исеме, атаһының исеме, граждан­лығы, шәхесен, даими йәшәгән йәки килгән урынын раҫлаған документ реквизиттары, бәйләнеш өсөн телефон номеры, башҡарма производство­ның датаһы һәм иҫәп һаны, социаль категорияһы күрһәтелергә тейеш. Бынан тыш, бер банк иҫәбендәге реквизиттары ла булһын. Унда йәшәү минимумы күлә­мендә аҡса һаҡларға кәрәк, шулай уҡ банктың исеме һәм адресы ла күрһәтелергә тейеш.

Мәҫәлән, бер пенсионер айына 16 мең һум ала. Уның кредиты буйынса 120 мең һум күлә­мендә бурысы бар. Быға тиклем ай һайын пен­сияһының яртыһын банк файҙа­һына тотоп кил­гәндәр. Хәҙер иһә ул ғариза яҙасаҡ һәм пен­сия­һының 13 мең һумын үҙендә һаҡлап ҡалыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ, ә кредит иҫә­бенә банкка айына өсәр мең һум ғына күсереләсәк.

Алиментын ваҡытында түлә­мәү­­селәр һәм енәйәт ҡылыу һөҙөмтәһендә һаулыҡҡа зыян йәки матди зыян килтергән өсөн аҡсалата компенсация түләүселәр йәшәү минимумын һаҡлап ҡала алмай.

Дәүләт хеҙмәттәре порталынан да файҙа­ланырға мөмкин. Был – иң тиҙ һәм уңайлы ысул. Унда шулай уҡ тейешле бүлектә ғариза тултырыла. Документтарҙы почта аша ебәрергә йәки приставтар хеҙ­мәтенә тапшыра алалар.

Ғаризаның нисек бирелеүенә ҡарап, пристав ҡарары 10 эш көнөнән һуң Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша шәхси кабинетҡа йәки почта аша киләсәк.

Әгәр бурыслының балалары һәм уның ҡарамағында башҡа кешеләр бар икән, ул закон буйынса билдәләнгән йәшәү минимумынан артыҡ аҡсаны һаҡлап ҡалыу тураһында ғариза менән судҡа мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы.

Әгәр йәшәү минимумы тотонол­маһа, банк уны ай аҙағына тиклем иҫәптә тота. Файҙаланылмаған аҡсаны киләһе айҙың башында бурыс иҫәбенә күсерәләр. Сираттағы тапҡыр финанс учреж­дениеһы йәнә ай аҙағына тиклем йәшәү минимумын һаҡлап ҡаласаҡ.

 

– Һөнәри байрам айҡанлы теләктәрегеҙ ҙә барҙыр...

– Барлыҡ суд приставтарына һаулыҡ, хеҙмәт бурыстарына яуаплы ҡарауҙарын, граждан­дарҙың хоҡуҡтарын ғәҙел яҡлауҙарын һәм закон мәнфәғәтенә намыҫлы хеҙмәт итеүен теләйем. Ә инде ветерандарыбыҙға тыныс һәм бәхетле ғүмер насип итһен, улар быға лайыҡ.

 

– Илнур Әнүәр улы, һеҙҙе һәм хеҙмәттәштәрегеҙҙе, ветерандарҙы Суд приставтары көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Эшегеҙҙә уңыштар, именлек, һаулыҡ теләйбеҙ.


Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: