Уҙған аҙнала республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Беларусь Республикаһында эш сәфәрендә булды. Беларусь Премьер-министры Роман Головченко менән осрашыу уҙҙы, делегация вәкилдәре сәнәғәт объекттарына һәм мемориаль комплекстарға барҙы, быйыл йәй Өфөлә үтәсәк Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумына әҙерлек барышы тикшерелде.
“Яңы идеялар менән әйләнеп ҡайтырбыҙ”
Минск ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беларусь Президентының Эштәр идарасыһы Юрий Назаров менән осрашты. Яҡтар сауҙа әйләнеше күләмен арттырыу мөмкинлеге, бизнес менән үҙ-ара эш итеүҙең перспективалы йүнәлештәре, шулай уҡ ихтыяж булған продукция етештереү проекттары буйынса фекер алышты. Мәғлүм булыуынса, былтыр декабрҙә Өфөлә үткән Халыҡ-ара бизнес аҙналығы йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан һәм Белоруссия предприятиелары 60 миллион һумлыҡ килешеү төҙөгәйне. Атап әйткәндә, улар Беларусь Республикаһына Башҡортостан сода компанияһы продукцияһын ташыуҙы күҙ уңында тота.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Беларусь Премьер-министры Роман Головченко менән осрашыуҙы телгә алды. “Сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү планын ентекле тикшерҙек. Тауар әйләнеше әүҙем үҫә, һәм уны артабан арттырыу өсөн ҡеүәт бар. Республика предприятиелары Белоруссия компаниялары менән сәнәғәттең төрлө тармаҡтарында бәйләнеш булдырыу яҡлы.
Белоруссияла сығарылған юл, коммуналь, ауыл хужалығы техникаһын һатып алыу мәсьәләһен тикшерҙек. Яҙ Өфөнән Минскиға тура рейстар асырға әҙербеҙ. Был ике йүнәлештә лә туристар һанының артыуына булышлыҡ итәсәк. Шуға күрә тағы ла бер мөһим мәсьәлә – туризм өлкәһендәге хеҙмәттәшлек.
26 – 28 июндә Өфөлә үтәсәк Беларусь һәм Рәсәй төбәктәренең Х форумына әҙерлеккә айырым туҡталдыҡ. Яңы идеялар менән әйләнеп ҡайтырбыҙ”, – тип яҙған Радий Хәбиров.
Тауар әйләнеше 10,7 процентҡа артҡан
2022 йылдың 11 айында Башҡортостан менән Беларусь араһында тышҡы сауҙа әйләнеше, элгәре йыл менән сағыштырғанда, 10,7 процентҡа артҡан. Был турала Минск ҡалаһында үткән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һәм “Белнефтехим” концерны рәйесе Андрей Рыбаков етәкселегендәге ике республика араһындағы хеҙмәттәшлек буйынса эшсе төркөм ултырышында белдерҙеләр.
Республикабыҙҙа Белоруссия тауарҙарынан торған сауҙа селтәрен асыу планлаштырыла. Беларусь Республикаһының аҙыҡ-түлегенә лә беҙҙә ихтыяж ҙур.
Осрашыуҙа Башҡортостан яғынан республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев һәм башҡалар сығыш яһаны. Беларусь Республикаһы яғынан ултырыш эшендә “Беллегпром” концерны рәйесе Татьяна Лугина, ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрының беренсе урынбаҫары Сергей Федченко, урман хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Александр Драгун ҡатнашты. Сарала сәнәғәт, агросәнәғәт, транспорт, урман һәм туризм өлкәләрендә хеҙмәттәшлек мәсьәләләре ҡаралды.
Өфө районында “АМКОДОР” холдингы заводы төҙөлә
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәсми делегацияның Беларусь Республикаһына сәфәре барышында “АМКОДОР” холдингының етештереү майҙансыҡтарында булды. Төбәк етәксеһе сәнәғәт һәм ауыл хужалығы өсөн продукция әҙерләү технологияһы менән танышты. Бында Беларусь Республикаһының машиналар эшләү комплексы өсөн продукция сығарыла. Радий Хәбиров предприятие етәкселеге менән завод ихтыяждары өсөн химия продукцияһын поставкалау мәсьәләһен тикшерҙе.
Күрше майҙансыҡта трактор һәм юл-төҙөлөш техникаһы өсөн деталдәр етештереү буйынса “ПРОДИ” компанияһы ҡеүәттәре урынлашҡан. Башҡортостан Башлығы етештереү цехтарын һәм әҙер продукция өлгөләрен ҡараны.
Минск өлкәһенең Дзержинск ҡалаһында Радий Хәбиров “АМКОДОР”ҙың етештереү майҙансығында – ауыл хужалығы техникаһы сығарыу буйынса “Элезер” предприятиеһында булды. Бында игенде таҙартыу һәм сорттарға айырыу өсөн ҡорамалдарҙың 40-тан ашыу моделе һәм модификацияһы, тупраҡ эшкәртеү агрегаттары, мал аҙығы әҙерләү машиналары сығарыла. Мәғлүм булыуынса, былтыр июндә Өфө районында ауыл хужалығы техникаһы етештереү буйынса “АМКОДОР” холдингы заводы төҙөлә башлағайны.
Башҡортостан Башлығы Дзержинск ҡалаһында “САЛЕО” холдингы предприятиеһы эшмәкәрлеге менән танышты. Бында машиналар эшләү тармағы өсөн гидравлик узелдар һәм агрегаттар сығарыла. Радий Хәбиров Белоруссия компанияларының сәнәғәт ҡеүәтенә юғары баһа бирҙе.
Илселек ярҙам күрһәтә
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһының Беларусь Республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Борис Грызлов менән осрашты. Көн тәртибенә хеҙмәттәшлекте артабан нығытыу һәм иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында үҙ-ара интеграция мәсьәләләре инде.
Башҡортостан Башлығы Белоруссия менән күптәнге уңышлы мөнәсәбәттәрҙе, һуңғы йылдарҙа бәйләнештәрҙең яңы һулыш алыуын билдәләне. 26 – 28 июнендә Өфөлә үтәсәк Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумының программаһы менән таныштырҙы.
– Форумда беҙ тәү сиратта иҡтисадыбыҙ ҡаҙаныштарын күрһәтергә тейешбеҙ. Берлектәге ҙур техника күргәҙмәһе, бер нисә предприятиены сафҡа индереү күҙаллана. Шулай уҡ ҙур мәҙәни программа, спорт һәм йәштәр саралары ҡаралған, – тине Радий Хәбиров.
Борис Грызлов әйтеүенсә, Рәсәй төбәктәре етәкселәре араһынан Башҡортостан Башлығы быйыл тәүгеләрҙән булып Белоруссияға килде. Вәкиллекле бизнес-миссияның сәфәре яҡтарҙың иҡтисади хеҙмәттәшлек күрһәткестәренә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Илсе шулай уҡ республика Төбәктәр форумын юғары кимәлдә үткәрер тигән ышаныс белдерҙе.
Тәжрибә уртаҡлашҡандан арта ғына
Башҡортостан Хөкүмәте рәсми делегацияһының Беларусь Республикаһына сәфәре барышында Радий Хәбиров Могилев өлкәһендә урынлашҡан “Белоруснефть” компанияһының юл яны сервисы комплексында булды. Ул автозаправкалау станцияһын, кафены һәм магазинды үҙ эсенә ала.
Бынан тыш, компания структураһына үҫемлекселек, малсылыҡ үҫешкән шәхси агрохужалыҡ инә. Уның продукцияһын юл буйындағы сауҙа нөктәләренә һәм дөйөм туҡланыу учреждениеларына ебәрәләр.
Компания вәкилдәре сервис комплекстары эшенә һанлы технологияларҙы әүҙем индереүҙәре, шулай уҡ туристик хеҙмәттәрҙе үҫтереүҙәре хаҡында һөйләне.
“Мәңгелек ут” мемориалына сәскә һалдылар
Гомель ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Гомель өлкәһе башҡарма комитеты рәйесе Иван Крупко һәм төбәктең рәсми делегацияһы вәкилдәре менән “Мәңгелек ут” мемориаль комплексында булды. Республика Башлығы һәйкәлгә сәскә һалды, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алды.
“Мәңгелек ут” мемориалы 1950 йылда Гомелде азат итеү өсөн ғүмерен биргән совет яугирҙәренең һәм дошманға ҡаршы йәшерен сәйәси эшмәкәрлек алып барғандарҙың туғандар ҡәберлеге урынлашҡан Хеҙмәт майҙанында ҡуйыла. Ҡаланы немец-фашист илбаҫарҙарынан 1943 йылдың 26 ноябрендә азат итәләр.
Радий Хәбиров менән Иван Крупко иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында ике яҡлы хеҙмәттәшлекте артабан нығытыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
Иван Крупко уҙған йылдың ғинуар-ноябрь айҙарында Башҡортостан менән Гомель өлкәһенең сауҙа әйләнеше уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 68 процентҡа артып, 40 миллион долларға етте, тип хәбәр итте.
Башҡортостан Башлығы берлектәге проекттарҙы эшләүҙең перспективалы йүнәлештәре тураһында һөйләне.
– Гомель өлкәһенең Башҡортостан – Белоруссия мөнәсәбәттәрендәге айырым ролен билдәләп үтергә теләйем. Быны статистик мәғлүмәттәр, шул иҫәптән сауҙа әйләнешенең үҫеүе һәм, иң мөһиме, берлектәге яңы проекттар барлыҡҡа килеүе раҫлай, – тине Радий Хәбиров. – Беҙгә Башҡортостан менән Гомель өлкәһенең төҙөлөш, сауҙа өлкәһендә, айырым иҡтисади зоналары араһындағы партнерлыҡтың яңы йүнәлештәрен өйрәнеү ҡыҙыҡлы.
Көнүҙәк проекттар иҫәбендә – Мозырь нефть эшкәртеү заводында Ишембай химия заводы катализаторҙарын ҡулланыу. Ауыл хужалығы өлкәһендә – Башҡортостандың малсылыҡ комплекстарын техника һәм ҡорамалдар, шул иҫәптән “Полесье” урып-йыйыу комбайндары менән тәьмин итеү.
Гомель өлкәһе башҡарма комитеты рәйесе төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү динамикаһын юғары баһаланы.
– Былтыр Өфөгә сәфәрем йомғаҡтары буйынса 1,1 миллиард һумға һигеҙ оҙайлы контрактҡа ҡул ҡуйҙыҡ, улар әле эшләй башланы ла инде. Бөгөн беҙ продукция менән тәьмин итеү һәм сәнәғәт хеҙмәттәшлеге тураһында яңы килешеүҙәргә өлгәштек. Рәсәй менән Белоруссия төбәктәренең X форумына берлектәге проекттарҙың тәүге аныҡ һөҙөмтәләрен күрһәтә алырбыҙ, тип уйлайым, – тине ул.
Башҡортостанға – Белоруссияла тегелгән кейем
Башҡортостан етәксеһе Гомелдәге “Коминтерн” предприятиеһының эшмәкәрлеге менән дә танышты. Ул классик ирҙәр костюмы етештереү менән шөғөлләнә, тәүлегенә 900-гә ҡәҙәр кейем тупланмаһы әҙерләйҙәр. Республика Башлығы тегеү цехында, эксперименталь цехта булды, бында сығарылған әйберҙәр менән танышты.
Продукцияның төп ҡулланыусыһы – Рәсәй, унда кейем экспортының 70 проценты тура килә. Компания Рәсәйҙең “Донатто” сауҙа маркаһы менән хеҙмәттәшлек итә, ә был компанияның Өфөлә – өс һәм Октябрьскийҙа бер магазины бар.
– Предприятие етәксеһенә кейем етештереүҙе беҙҙең республикала урынлаштырыу мәсьәләһен ҡарарға тәҡдим иттем, – тине Радий Хәбиров. – Айырыуса хәҙер, Көнбайыш компанияларының күбеһе хеҙмәттәшлек итеүҙән баш тартҡанда, белорус костюмдарына беҙҙең баҙарҙы киңерәк асырға кәрәк.
“Гомсельмаш” менән хеҙмәттәшлек итәсәкбеҙ
Предприятие – комбайндар һәм башҡа ауыл хужалығы техникаһын етештереүселәр араһында иң ҙурҙарҙың береһе. Республикабыҙ Башлығы предприятиеның етештереү цехтарын ҡарап сыҡты, өлгөләр менән танышты.
– Беҙ ауыл хужалығын яңыртыу программаһын дауам итәбеҙ һәм лизинг программалары буйынса даими рәүештә белорус техникаһын һатып алабыҙ. Уға ихтыяж бик ҙур, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Предприятие майҙанында Башҡортостан Башлығы шулай уҡ “Гомельагрокомплект” компанияһының экспозицияһы менән танышты. Ул малсылыҡ хужалыҡтары өсөн һауыу машиналары һәм башҡа ҡорамалдар етештерә.
Гомелдә Радий Хәбиров шулай уҡ “САЛЕО” холдингының етештереү майҙансығында булды. Холдинг Белоруссияла, БДБ-ла, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә ауыл хужалығы, юл, төҙөлөш, урман хужалығы техникаһын етештереү өсөн гидравлик компоненттар етештереүҙә махсуслаша.
Радий Хәбиров Гомель өлкәһе башҡарма комитеты рәйесе Иван Крупко һәм республиканың рәсми делегацияһы вәкилдәре менән бергә Гомелдәге һарай-парк ансамблендә булды. Был – илдең иң боронғо музей учреждениеларының береһе.
– Гомель ҡалаһындағы һарай-парк комплексы – Белоруссияның иң яҡшы парктарының береһе. Бында беҙҙә лә ҡулланырға мөмкин булған идеялар бар, – тине Радий Фәрит улы.
***
Башҡортостандың рәсми делегацияһының Беларусь Республикаһына сәфәре барышында төбәк Башлығы Радий Хәбиров Sputnik Беларусь яңылыҡтар агентлығына интервью бирҙе.
Радий Фәрит улы 2022 йылда Беларусь Республикаһы менән сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙең үҫеше, билдәләнгән ниәттәрҙең нисек тормошҡа ашырылыуы, Минскиға әлеге сәфәр барышында ҡаралған мәсьәләләр, яңы йылда тормошҡа ашырыласаҡ берлектәге проекттар тураһында һөйләне. Башҡортостан Башлығы хеҙмәттәшлек өсөн юридик база – 2020 йылғы килешеү булыуын, Рәсәйҙең Сауҙа вәкиллеге нигеҙендә Башҡортостандың Беларусь Республикаһындағы вәкиле офисын асыуҙы, килешеүҙәрҙең тормошҡа ашырылыуына контроллек итеү өсөн юл карталарының төҙөлөүен билдәләне.
Радий Хәбиров сәфәр тураһында социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә телгә алды. “Беларусь – Башҡортостандың күптәнге ышаныслы стратегик партнеры. Ә белорустар – туғандарыбыҙ!” – тип яҙған ул.
Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА
Рүзилә ИҪӘНБАЕВА
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА