Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Февраль 2023, 17:30

"Беҙ – бер ҙур ил, бер халыҡ"

"Беренсе тапҡыр ғына Мөрәжәғәтнамәлә ҡатнашмайым, әммә бөгөн айырыуса мөһим хистәр кисерәм".

"Беҙ – бер ҙур ил, бер халыҡ"
"Беҙ – бер ҙур ил, бер халыҡ"

Бөгөн Мәскәүҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Ҡунаҡһарайҙа үткән сарала Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, Конституцион һәм Юғары судтар етәкселәре, губернаторҙар, төбәк закондар сығарыу йыйылыштары рәйестәре, традицион конфессиялар етәкселәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистарға интервьюһында Рәсәй Президенты Мөрәжәғәтнамәһенең төп тезистарына аңлатма бирҙе.

Хәбәрсе:

– Һеҙ Президент Мөрәжәғәтнамәһе тантанаһында ҡатнаштығыҙ. Ниндәй тәьҫораттар, хис-тойғолар кисерәһегеҙ? Документты нисек баһалайһығыҙ?

Радий ХӘБИРОВ:

– Әйҙәгеҙ, хис-тойғоларҙан башлайыҡ. Мин был тантанала беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмайым, һәм шундай үҙенсәлекте билдәләнем: ҡатнашыусылар Президент Мөрәжәғәтнамәһенең байтаҡ өлөшөн баҫып тыңланы, сөнки Владимир Владимирович был осорҙа илебеҙ һәм бөтә донъя өсөн хәл иткес әһәмиәткә эйә булған һүҙҙәрҙе әйтте.

Әлбиттә, махсус хәрби операция сиктәрендә үтәлә торған бурыстарҙы мотлаҡ раҫлау булыр тип көттөк һәм аңланыҡ. Төп бурыс тағы ла яңғыраны — Донбассҡа һәм беҙҙең дүрт яңы биләмәгә ярҙам итеү.

Владимир Путин хәрбиҙәргә, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ярҙам саралары тураһында һөйләне. Президент Хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә, шул иҫәптән һәләк булған егеттәргә ярҙам итеү буйынса Дәүләт фондын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Йыл аҙағына тиклем Фонд бүлексәләре Рәсәй Федерацияһының бөтә төбәктәрендә лә асыласаҡ.

Яугирҙәр менән күп тапҡыр фекер алышҡан мөһим мәсьәлә, әлбиттә, ял. Яугирҙәребеҙ арый, ҙур баҫым аҫтында көсөргәнеш кисерә, быларҙың барыһын да түҙеп тороуы ауыр. Тимәк, ял кәрәк. Президент хәрбиҙәргә, юлды иҫәпкә алмайынса, ярты йылға бер 14 тәүлек ял бирергә ҡушты.

Президент иҡтисадыбыҙҙың тотороҡлолоғон тәьмин итеү һәм үҫеш өлкәһендә ҙур бурыстар ҡуйҙы. Был - төбәк башлыҡтары өсөн иң мөһим бурыстарҙың береһе.

Сәнәғәт йәһәтенән беҙҙең бурыс – был осорҙа сыҙамлы булыу ғына түгел, илебеҙҙең артабанғы үҫешен тәьмин итеү. Йәғни, беҙ сынығып, алға барырға тейешбеҙ. Статистика күрһәтеүенсә, апокалиптик күҙаллауҙарға ҡарамаҫтан, илдә сәнәғәт үҫешенең түбәнәйеүе ни бары ике процент ҡына тәшкил иткән. Республикабыҙ тураһында әйткәндә, 2022 йылды өс процент үҫеш менән тамамланыҡ. Сәнәғәт ипотекаһы буйынса ҡарарҙы күптән көттөк. Президент быны иғлан итте лә инде. Финанслау сығанағы — Рәсәй бюджеты.

Һәр беребеҙгә ҡағылған мөһим мәл – Президенттың Стратегик һөжүм ҡоралын сикләү тураһындағы договорҙа ҡатнашыуҙы туҡтатыу тураһындағы ҡарары. Ниндәйҙер кимәлдә был мәсьәләгә нөктә ҡуйырға кәрәк. Әгәр ҙә беҙгә даими яла яғалар икән, тимәк, илебеҙ үҙенең хәүефһеҙлеге тураһында уйларға тейеш.

Ҡабатлап әйтәм, мин беренсе тапҡыр ғына Мөрәжәғәтнамәлә ҡатнашмайым, әммә бөгөн айырыуса мөһим хистәр кисерәм. Беҙ – бер ҙур ил, бер халыҡ. Һәм, әлбиттә, еңәсәкбеҙ!

Фото: glavarb.ru

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: