Донъяла төрлө хәлдәр осрай, бәлә лә ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй, сир ҙә бер кемде лә аямай. Шуға васыятнамә тураһында белеү ҡамасау булмаҫ. Уны дауаханала саҡта ла яҙырға була.
Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 1127-се статьяһының 1-се пунктында күрһәтелеүенсә, дауаханала, госпиталдә һәм башҡа медицина ойошмаһында булған граждандарҙың васыятнамәһен баш табип, уның медицина буйынса урынбаҫарҙары йәки дежур табиптар тарафынан раҫлана ала, нотариаль раҫланған васыятнамәгә тиңләштерелә. Был осраҡта мираҫҡа ҡалдырыусы документты раҫлаусы һәм бер шаһит алдында ҡул ҡуйырға тейеш. Өҫтәүенә был ике кеше лә имза ҡуйып документты раҫлай. Бынан тыш, медицина ойошмаһында дауаланыусының нотариусты саҡыртыу хоҡуғы ла бар.
Фото: urist-bogatyr.ru