Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
26 Июль 2023, 11:45

Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам

Тәүге ярты йылда күрһәткес 840 миллион һумдан ашҡан

Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам
Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам

Башҡортостан Хөкүмәте ултырышы барышында социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса һорауҙар ҡаралды. Сара БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә үтте.

 – Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү маҡсатында үткән йылда 535 миллион һум аҡса бүленгәйне, хәҙер был күрһәткес тәүге ярты йылда 847,7 миллион һумға барып етте, – тине Андрей Назаров.

Рәсәй юстиция министрлығының БР буйынса идаралығы мәғлүмәте буйынса, төбәктә 2023 йылдың 1 июленә ҡарата 5944 коммерцияға ҡарамаған ойошма теркәү үткән. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Линара Иванова әйтеүенсә, үткән йылда бындай ойошмаларҙан ярҙам алған граждандар һаны алты меңдән ашҡан.

Сара барышында шулай уҡ Андрей Назаров Рәсәй Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән ҡарарҙы хәбәр итте. Уға ярашлы күп балалы ғаиләләргә ипотеканы компенсациялауға өҫтәмә 15 миллиард һум аҡса бүленә.

 

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: